«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Башҡортостан баҫмалары – сифатлы матбуғат



30.04.2011 Башҡортостан баҫмалары – сифатлы матбуғат

Башҡортостанда сыҡҡан 18 баҫма «Матбуғаттың алтын фонды – 2011» («Золотой фонд прессы») билдәһе менән бүләкләнде. Бүләкләү тантанаһы Мәс­кәүҙә «Рәсәйҙең сифатлы матбуғаты һәм уның үҫеш перспективалары» тигән эшлекле форум сигендә үтте. Бында үҙәк, төбәк киң мәғлүмәт саралары, дәүләт власы органдары, ил субъекттары департаменттары вәкилдәре ҡатнашты.
«Матбуғаттың алтын фонды» юғары баһаһының ойоштороу комитеты рәйесе, «Журналист» нәшриәт йортоноң генераль директоры Геннадий Мальцев белдереүенсә, наградаға илебеҙҙәге 300 самаһы баҫма лайыҡ булған. Сифатлы матбуғат вәкилдәренең дәүләт льготалары, гранттар алырға ла тейешлеген әйтте ул. 2012 йылда «Алтын глобус», «Кентавр» кеүек өҫтәмә конкурс­тар ҙа үткәреләсәк.
Башҡортостандан түбәндәге баҫмалар «Матбуғаттың алтын фон­ды» исемен йөрөтәсәк: «Аманат», «Моло­дежная газета», «Уфим­ские нивы», «Действие» (Өфө), «Алға» (Борай райо­ны), «Ашка­дарские зори» (Федо­ровка), «Бла­говарские вести», «Время» (Күмер­тау), «Зиан­чуринские зо­ри», «Калтасинская заря», «ҡариҙел», «Кармаска­линская новь», «Красное знамя» (Нефтекама), «Кугарчинские вести», «Победа» (Бөрө), «Уча­линская газета», «Яйыҡ» (Учалы), «Янаульские зори».
Шуны билдәләргә кәрәк: алтын фонд билдәһе әхлаҡ принциптарын пропагандалаусы сифатлы матбуғатты таратыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Проект, дәүләт әһәмиәтен алып, федераль власть органдары тарафынан да хуплау тапты.
«Башинформ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға