«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Яҙылығыҙ, отолмаҫһығыҙ



26.03.2011 Яҙылығыҙ, отолмаҫһығыҙ

Һумдың ҡәҙерен тин арттыра, шуға ла аҡсаны самалап тотоу – бик аҡыллы күренеш. «Йәшлек» гәзитенә лә 31 мартҡа тиклем арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин. Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙҙың беренсе айы бөткәнгә тиклем 371 һум 22 тингә яҙылып була. Тимәк, «Йәшлек» гәзитенең хаҡы беренсе ярты йыллыҡтыҡы кеүек тороп ҡала. Индексыбыҙ – 80148. Апрель башланыу менән бөтә гәзит-журналдарға ла, шул иҫәптән һеҙ яратҡан йәштәр баҫмаһына ла яҙылыу хаҡы артып китәсәк.
Шулай булғас, ошо аҙна-ун көн эсендә почта бүлексәһенә барып, «Йәшлек»кә икенсе ярты йыллыҡҡа квитанцияғыҙҙы тултыра һалығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға