«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!



17.05.2019 Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!

Үткән аҙнала «Аҙна һайын – бүләк» уйынында призды – сәй сервизын Сибай ҡалаһынан Сәрүәрә СӘЙ­ФУЛЛИНА отто.

Гәзитебеҙҙең 90 йәшлек әүҙем уҡыусыһы баҫмабыҙға йыл да яҙылмай ҡалмай икән.

«Элек 10-шар дана ваҡытлы матбуғат баҫмаһына яҙыла торғай­ныҡ. Бер ваҡыт гәзитегеҙҙә «Баш­ҡорт халҡына мө­рәжәғәт» баҫылды. Унда «Йәшлек» гәзитенә, аҡса булмау сәбәпле, ябылыу ҡурҡынысы янауы тураһында әйтел­гәйне. Тормош иптәшем менән икебеҙ аҡса күсерҙек. «Йәшлек»тә беҙҙең фами­лияларыбыҙҙы яҙып, рәхмәт хаты сыҡҡас, Ғәли Фәхретдинов исемле уҡыусым: «Апай, һаман әүҙемлеге­геҙҙе таш­ламайһығыҙ икән. Йәш­тәрҙе ҡайғыртып ятаһығыҙ. Рәхмәт һеҙгә», – тип ҡыуанып хат яҙҙы. Йәшлеккә ҡайтып булмаһа ла, «Йәшлек»кә ҡайтырға бер ҡасан да һуң түгел. Гәзитте балаларыма, һеңлемә лә уҡырға биреп торам. Бөтә рубрикағыҙ ҙа оҡшай. Беҙ, ҡарттар, айырыуса һаулыҡ битен яратабыҙ. Ши­ғырҙар күңелгә ята. Фәһемле, үтемле мәҡәләләрегеҙ менән беҙҙең кү­ңелдәрҙе байытып, илһам­ландырып тороғоҙ», – тигән ул хатында.

Ысын дуҫтар дуҫлыҡҡа хыянат итмәй. Инде ғүмер көҙөгөҙҙә лә «Йәшлек»те алдырып, уҡыусылар­ҙың сафын ту­лы­лан­дырыуығыҙ их­ти­рамға, хөрмәткә лайыҡ, Сәрүәрә инәй!

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың тағы ла хәтеренә төшөрәбеҙ.

«Йәшлек»кә ярты йылға яҙылыу хаҡы «Рәсәй почтаһы» каталогы буйынса – 816 һум 12 тин. Индексы – П 2757.

«Йәшлек»кә яҙылыу тураһындағы кви­танцияғыҙҙың күсермәһен ебәр­һәгеҙ, триммер, бензобысҡы, сепарат, ит үт­кәргес, йыйылмалы кресло, сәй сервизы, электр сәйнүге, волейбол, футбол тубы кеүек бүләктәр ота алаһығыҙ.





Автор: Т. Аманов
Фото: Юлай КӘРИМОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға