«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге



28.04.2019 Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге

Баҡса мәшәҡәттәренән арына алмай, икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыуҙы онотоп китмәгеҙ, дуҫтар.

Тағы ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йәш­лек»кә «Рәсәй почтаһы» каталогы буйынса ярты йылға яҙылыу хаҡы – 816 һум 12 тин. Индексы – П2757. Баҫмабыҙға яҙылыу тураһында квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, «Аҙна һайын – бүләк!» уйынында ҡатнашып, хужа­лыҡта кәрәкле бүләктәр ҙә отоп ҡуйыуығыҙ ихтимал.

Был аҙнаның еңеүсеһе – иң тәүгеләрҙән булып икенсе ярты йыллыҡҡа гәзитебеҙгә яҙылыусыларҙың береһе. Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Юлай САТУЧИН. Ул 12 предметтан торған сәй сервизы менән бүләкләнә. Ҡул артығыҙ еңел булһын!

«Йәшлек» менән бергә йәшәйек!





Автор: Т. Аманов
Фото: Юлай Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға