16.04.2019 Яҙылырға яйын табайыҡ!
Гәзитебеҙгә яҙыл, уҡы, тарат! Икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Яратҡан баҫмағыҙға йәйге мәшәҡәттәр башланғанға тиклем яҙылыу яйын табырһығыҙ, тип ышанабыҙ.
«Йәшлек»кә ярты йылға яҙылыу хаҡы «Рәсәй почтаһы» каталогы буйынса – 816 һум 12 тин. Индексы – П 2757.
Тәүгеләрҙән булып икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусыларҙың бүләк отоу мөмкинлеге лә бар. «Аҙна һайын – бүләк» уйынын башланыҡ. Бүләккә килгәндә, халыҡҡа бик тә кәрәкле, уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек әйберҙәр һатып алынды. Барыһы ла шаһиттарҙың күҙ алдында, лототронда уйнатыласаҡ. Һеҙҙән баҫмабыҙға 6 айға яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияларҙың күсермәләрен көтәбеҙ!
«Йәшлек» һеҙҙең менән, һеҙҙең өсөн, һеҙҙең хаҡта!