17.12.2018 Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!
Әбйәлил районының Хәмит урта мәктәбе 8 класс уҡыусылары һәм етәкселәре Гөлнур Хатип ҡыҙы Баһаутдинованан бик күп сәләм!
Беҙ 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына класс менән "Йәшлек" гәзитенә яҙылдыҡ һәм редакцияға яҙылған квитанцияларыбыҙҙы ебәрергә булдыҡ. Класта 6 уҡыусы (3 ҡыҙ һәм 3 егет), класс етәксебеҙ менән берлектә төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ һәм һәр ваҡыт беренсе урындарға лайыҡ булабыҙ.
Мәктәп тормошонда "Йәшлек" гәзите беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итә һәм "Аҙна һайын - бүләк"тә лә ҡатнашырға теләйбеҙ. Башҡортостан йәштәре гәзите һәр ваҡыт уҡымлы һәм оҙон ғүмерле булһын.
Фотола: беҙ, 8 класс уҡыусылары һәм Гөлнур Баһаутдинова, мәктәп китапханаһында "Йәшлек" менән бергә.