12.12.2018 "Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай
Ҡәҙерле милләттәштәр! Башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер балалар гәзите – «Йәншишмә»гә лә ҡурҡыныс янай башланы. Яҡын арала уның электрон гәзит кенә булып ҡалыуы бар. Йәнәһе лә, тиражы аҙ, уҡыусылар кәмей.
Әйҙәгеҙ, быға юл ҡуймайыҡ әле! Эйе, башҡорт телендә сыҡҡан баҫмалар күп. Әммә уларҙың береһе лә артыҡ түгел. «Йәншишмә»беҙҙе юғалтһаҡ, башҡаларына ла ҡурҡыныс янамаҫ тип кем ышандыра ала. Шуға ла беҙгә бергәләп гәзитебеҙҙе һаҡлап ҡалырға кәрәк. Әле һуң түгел. Бының өсөн күп тә кәрәкмәй, бары тик балаларыбыҙ өсөн «Йәншишмә»гә яҙылыу етә.
Йәшерен-батырын түгел, гәзиттең тиражын һаҡлауҙа, арттырыуҙа редакция бер үҙе ҡалды тиерлек. Беҙгә берәү ҙә ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡмай. Аңлағыҙ, шунлыҡтан һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Беҙҙең алда: «Йәншишмә» буласаҡмы әллә юҡмы?» тигән һорау тора.
Гәзиткә яҙылыу хаҡы күпме, тиһегеҙме? Әле бына 3-өнән 14 декабргә тиклем гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө бара. Был акция ваҡытында мөмкинлектән файҙаланып , «Йәншишмә»гә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға була.
Гәзиттең индексы – П2765.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 431 һум 40 тин.
Балаларға ла Яңы йыл бүләге булыр ине.