11.12.2018 Гәзиткә яҙылғас, бүләге лә бар
Үткән аҙналағы «Аҙна һайын – бүләк!» уйыны еңеүсеһе – Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан Мәжит Байсурин. Ул салат һауыттары йыйылмаһы отто.
Еңеүсегә бүләген килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләрен килтерергә кәрәк.
Уйын декабрь аҙағына тиклем дауам итә, бүләктәр, иң мөһиме – велосипед һеҙҙе көтә. Йәһәтерәк гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен хат менән редакцияға ебәрергә ашығығыҙ.