«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Иң күп гәзитте Рая апай алдыра



06.12.2018 Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

Үткән аҙналағы “Аҙна һайын – бүләк” уйынында бәхет Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Рая БИЛАЛОВАҒА йылмайҙы. Ул салат һауыттары йыйылмаһы отто.

“Миңә тиҙҙән 78 йәш тула. Өлкән йәштә булһам да, гәзит-журналдарҙан, китаптар­ҙан айырылғаным юҡ. Барлығы туғыҙ дана ваҡытлы матбуғат баҫмаһына яҙылам. Бабай коммунист булғанда күпләп гәзит- журнал алдырып уҡыу ғәҙәткә һеңгән. “Комсомольская правда” гәзитен алдырып уҡыусы кеше – беҙҙең ауыл хакимиәте биләмәһендә бер мин генә. Ғаиләбеҙ менән уҡырға яратабыҙ”, – тип яҙып ебәргән ул үҙенең хатында. Ошондай шәплегегеҙ ташламаһын, Рая апай. “Йәшлек”тең лото уйынында ла бүләк лайыҡлы рәүештә һеҙгә эләкте.

Бүләктәрегеҙҙе килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләрен килтерергә кәрәк.

Уйын декабрь аҙағына тиклем дауам итә, бүләктәр, иң мөһиме – велосипед һеҙҙе көтә. Йәһәтерәк гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен хат менән редакцияға ебәрергә ашы­ғығыҙ. Һәр рухлы башҡорт ғаиләһе “Йәшлек” те уҡырға тейеш.





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: Ю.Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға