«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Һәр минутыбыҙ – һеҙҙең өсөн



05.06.2018 Һәр минутыбыҙ – һеҙҙең өсөн

Һәр минутыбыҙ – һеҙҙең өсөн
Тәбиғәт беҙҙең менән шаярған кеүек: яҙ әллә булды, әллә юҡ, ә бөгөн йәйҙең беренсе көнө. Кеше ел-ямғырға ҡарап тормай, эшен дауам итә. Эйе, эш менән булырға яратабыҙ. Әммә ял итергә лә ваҡыт табыла. Беҙҙең гәзит дуҫтары һөйләүенсә, ял – өйҙәгеләр менән бергә сәй эсеү, рәхәтләнеп матбуғат баҫмаларын уҡыу. Йәмәғәт, беҙ ҙә тап шулай тибеҙ: гәзит уҡыу ул – ял!
“Йәшлек”кә яҙылыу дауам итә, дуҫтар. Тәбиғәт тағы ниндәй сюрприздары менән аптыратыр, белмәйбеҙ, әммә беҙ һеҙгә тик матур тормош теләйбеҙ.
Көндәр тиҙ үтә, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылырға һуңлап ҡуймағыҙ, подписка июнь аҙағынаса ғына бара.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға