14.11.2016 Бүләк алып һөйөнөгөҙ!
«Аҙна һайын бүләк!» конкурсында был аҙнаның еңеүсеһе – Баймаҡ районының Ҡолсора ауылынан Фәниә Юламанова. Ул сәй сервизы менән бүләкләнә.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙы тиҙерәк ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде тағы ла «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ.
Яҙылырға онотмағыҙ!
“Йәшлек”кә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 744 һум 54 тин (“Рәсәй почтаһы” каталогы буйынса индексы П2757, бер йылға яҙылырға теләһәгеҙ – 1341 һум 12 тин (индексы П3366). Почта бүлексәһендә абонент йәшниге асып, шунан алып йөрөһәгеҙ, бер аҙ арзанға төшөр.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!