«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Осрашайыҡ ялдарҙа



07.10.2016 Осрашайыҡ ялдарҙа

Осрашайыҡ ялдарҙа Дуҫтар, ошо көндәрҙә ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу барғанын беләһегеҙҙер? “Йәшлек” менән бергә ҡалырға теләүселәр, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: был юлы гәзиткә ярты йылға ла, бер йылға ла яҙылырға мөмкин.

Хаҡтар, әлбиттә, беҙ теләгәнсә арзан түгел, шулай ҙа тотош йылға яҙылғанда, экономияны күрергә була. Бер йылға – 1341 һум 12 тин. Алты айға иһә – 744 һум 54 тин. Шунан иҫәпләп ҡарағыҙ инде.
Алдан әйтеүебеҙсә, күп төрлө бүләк инселәнгән уйындарҙа ла ҡатнаша алаһығыҙ.
Белегеҙ: беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ! Һеҙ ял минуттарында ҡулығыҙға ҡыштырлап торған гәзит алып, уҡып, донъя хәл-әхүәлдәре менән танышып, белем һәм фекер даирәһен киңәйтһен өсөн. Һеҙ булмаһағыҙ, беҙҙең дә тырышыу­ҙың мәғәнәһе юҡ. Быныһы пессимистарса килеп сыҡты, ахыры. Әлбиттә, беҙ һәммәбеҙ ҙә бар, булдыҡ һәм буласаҡбыҙ!

Бергәбеҙ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға