07.12.2010 Яҙылығыҙ, фаразлағыҙ, еңегеҙ!
Гәзитебеҙ йыл һайын ойошторған иң шәп, иң мауыҡтырғыс һәм, уңыш йылмайһа, табышлы ла «Йәшлек»-фараз» конкурсында ҡатнашырға ваҡыт етте, дуҫтар! Еңегеҙҙе һыҙғанып, фараз итеү һәләтегеҙҙе һынап, бүләктәр отоу мәлен үткәреп ҡуймағыҙ.
Гәзитебеҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу барышында конкурста еңеүсегә бер көнөбөҙҙө бағышларға вәғәҙә биргәйнек. Әбйәлил районының Балапан ауылынан Клара Зәйтүнованың фаразы иң дөрөҫө булды. Вәғәҙә – иман, редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүсенең әмерен үтәне: бынауындай ҡоро йәйҙә Зәйтүновтарға япраҡ-аҙыҡ әҙерләшеп, ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерҙе.
Был юлы ла «Йәшлек»-фараз» конкурсында еңеүсегә редакция хеҙмәткәрҙәре бер көнөн бағышлаясаҡ. «ҡышын, яҙын ни эшләтмәк кәрәк һеҙҙе?» – тиһегеҙме. Аптырамағыҙ, һәр миҙгелдең үҙ хәстәре. ҡар көрәргә саҡыраһығыҙмы, утын ярырғамы – уныһы һеҙҙең ҡарамаҡта. Редакция хеҙмәткәрҙәренән торған тимурсылар командаһы барыһын да үтәргә әҙер. Бынан тыш, сәпкә тура килтереп яҙған тағы 50 фаразлаусы ла бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ, дәртләндереләсәк.
Конкурста ҡатнашыу шарттары ябай ғына:
– «Йәшлек» гәзитенә 2011 йылдың беренсе яртыһына 80148 индексы буйынса яҙылырға (әгәр быға тиклем яҙылған булһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ!), купонды тулыһынса (исем-шәрифегеҙ, адресығыҙ, телефон һандары) тултырып, «Йәшлек» гәзитенең 2011 йылдың тәүге ярты йыллығындағы тиражын фаразлап яҙырға;
– гәзиткә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияның күсермәһен ҡушып, купонды конвертҡа һалып гәзитебеҙ редакцияһына ебәрергә кәрәк.
Конверт тышына «Йәшлек»-фараз» тип яҙырға онотмағыҙ. «Урал лото»ның миллиондарына күҙ ҡыҙҙырып ятҡансы, «Йәшлек»кә яҙылып (шишәмбе һәм шәмбе һандарына ярты йылға яҙылыу хаҡы ни бары 371 һум 22 тин), бүләктәр оторға, уңыш йылмайһа, осрашырға ашығығыҙ, дуҫтар!