«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Әйҙәгеҙ, халыҡ менән хәбәрләшеүҙең иң ышаныслы юлы - ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙа ярҙам ҡулы һуҙайыҡ әле!



12.05.2016 Әйҙәгеҙ, халыҡ менән хәбәрләшеүҙең иң ышаныслы юлы - ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙа ярҙам ҡулы һуҙайыҡ әле!

Әйҙәгеҙ, халыҡ менән хәбәрләшеүҙең иң ышаныслы юлы - ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙа ярҙам ҡулы һуҙайыҡ әле!Туған телдең - һәр кешенең үҙе өсөн, туған мөхиттең тәрбиәлә иҫ китмәле ышаныслы таяныс булыуы тураһында сираттағы сығышымды тыңлағандан һуң, бер ҡатын, күҙҙәренә йәш алып, рәхмәт әйтеп, иртәгәнән балаларымды башҡорт мәктәбенә алып барам, ошоғаса аңламаған төшөнсәләрҙең әрәсәһенә төшөндөм, Мәрйәм апай! Тик һеҙ ни эшләп ошо сығышығыҙҙы ваҡытлы матбуғатта баҫтырмайһығыҙ?! - тип, әсенеп, дәғүә белдерҙе. Ни әйтәйем, туғанҡайым? Туған тел тураһында мәҡәләләремде тик "Һәнәк" журналында ғына баҫтырғаным юҡ... Тимәк, башҡортса нәшер ителгән гәзит-журналдарҙың береһен генә лә алдырмайһың икән! Улай булғас, әлбиттә, хәбәрҙар түгелһең. Аҡсаһыҙлыҡ ҡамасаумы, битарафлыҡмы? Ошо мәлдә күҙ алдыма депутатыбыҙ Сәлиә Мырҙабаева килеп баҫты. Ул нисә йылдар инде мөмкинлеге булмаған өлкәндәргә, күп балалы әсәләргә, шулай уҡ мәктәптәргә, больницаларға, ветерандарға гәзиттәр яҙҙырыуҙа шул тиклем әүҙем эшләй - рәхмәттән башҡа ни әйтәһең? Башҡорт депутаттары, башҡорт байҙары, хәлле рухташтарыбыҙ, милләтебеҙ киләсәге өсөн янып йөрөүселәр! Әйҙәгеҙ, халыҡ менән хәбәрләшеүҙең иң ышаныслы юлы - ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙа ярҙам ҡулы һуҙайыҡ әле! Сәлиә һылыу ҙа аҡсаһын ҡайҙа итергә белмәгәнлектән түгел, һүҙе ғәмәли ярҙамы менән нығытылғанлыҡтан, башҡара бит бындай эштәрҙе гәзит-журнал уҡымағас, бер-беребеҙҙе ишетмәйбеҙ бит! Ошо заманда, кешенең һәр береһенең үҙендә барған Аң көрәшендә айныҡ фекер өҫтөнлөк алһын өсөн, Сәлиә өлгөһөнә эйәрәйек, туғандар!
Мәрйәм Бураҡаева







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға