«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Әгәр гәзит килмәһә…



21.03.2015 Әгәр гәзит килмәһә…

Редакцияға республикабыҙҙың төрлө райондарынан «Йәшлек»те ваҡытында уҡый алмауына ри­заһыҙлыҡ белдереп шылтыратыу­сылар йышайҙы. Мәҫәлән, Бе­лорет районының Манышты ауылынан Вәлимә Маликоваға почтальон гәзитебеҙҙең 7, 9-сы һандарын килтермәгән. Инйәр­ҙәге почта бүлексәһенә зарланып шылтыратыуына бер кем дә аныҡ ҡына яуап бирмәгән.

Ә Йылайыр районының Суйынсы-Супан ауылынан хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зөлфиә апай Моратова: «Йәшлек»те «Ленинсы» сағынан, бына инде 30 йыл алдырам. Быйыл яратҡан баҫмамды ғинуарҙан ошо көнгәсә күргәнем юҡ. Бер кем дә ярҙам итергә теләмәй. Бәлки, һеҙ ярҙам итерһегеҙ», – тип шылтыратты.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, илдә барған көрсөк, оптималләштереү почта хеҙмәтенә лә кире йоғонто яһаны. Бөгөн күп урында хат ташыу­сылар етмәй. Ошо сәбәпле халыҡ барлы-юҡлы аҡсаһына яҙҙыртҡан гәзит-журналды эҫе мәлендә алып уҡыуҙан мәхрүм. Әлбиттә, беҙ, гәзитте донъяға сығарыусылар, уның ҡайҙа нисек таратылыуы өсөн яуаплы булмаһаҡ та, «Йәшлек»те алдырыусы һәр кеше ҡәҙерле. Шуға ла һәр үтенесте иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Үрҙә телгә алын­ған дуҫтарыбыҙҙың дәғүәһен Рәсәй почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығына еткерҙек. Тиҙ арала гәзитебеҙҙе алырһығыҙ, тип өмөтләнәйек. Кемдәргә «Йәшлек», ғөмүмән, республика баҫмалары ваҡытында килтерелмәй, Рәсәй почтаһының беҙҙең республика буйынса идаралығының «ҡыҙыу линия»­һына – (347)276-66-44 телефоны буйынса шылтыратығыҙ. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм почта хеҙмәтенә бәйле бөтә дәғүә-үтенесте тиҙ арала ҡабул итеп, тиҙ арала етеш­һеҙлектәрҙе бөтөрөүгә булышлыҡ итәсәк.
Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға