26.11.2014 Гәзитебеҙгә яҙыл да, төркиәгә путевка от!
Һүҙҙе бер риүәйәттән башламаҡсыбыҙ. Боронғо индеец халҡының аҡылы был.
Бер ҡарт ейәненә тормош асылы тураһында һөйләй ҙә, һүҙ ыңғайы шуны әйтеп үтә:
– Улым, һәр кешелә ике бүре алышы кеүек көрәш бара. Бер бүре яуызлыҡты сағылдыра – көнсөллөк, эгоислыҡ, алдаҡты, икенсеһе яҡшылыҡты – мөхәббәт, өмөт, хәҡиҡәт, тоғролоҡто.
Үҫмер олатаһының һүҙҙәрен бик ентекләп тыңлай, күңеленә һеңдерә һәм уйға ҡалып, шундай һорауын да бирә:
– Ә, ғәҙәттә, ҡайһы бүре еңә һуң?
Олатайҙың яуабы шул була:
– Кеше ниндәй бүрене ашата, һәр ваҡыт шуныһы еңә инде.
Йәмәғәт, беҙҙең һеҙгә теләк шул: үҙегеҙҙәге эске көрәштә һәр ваҡыт яҡшылыҡ “бүре”һен “һыйлағыҙ”, өмөтлө, иманлы, намыҫлы, бәхетле булығыҙ! Беҙҙең баҫма аша ла тик яҡшылыҡтар ғына алырһығыҙ.
Әйткәндәй, “Йәшлек”-фараз” конкурсында ҡатнашырға уйланығыҙмы? Беҙҙең бүләктәр тоғо тағы ла ҡалынайғанын еткерергә ашығабыҙ. Баҡһаң, унда Төркиәгә туристик юллама ла ята икән. Шулай итеп, әҙер купонға үҙегеҙ тураһында тулы мәғлүмәтте, “Йәшлек”кә яҙылыу тураһында квитанция күсермәһен, гәзитебеҙҙең буласаҡ тиражын фаразлап, купонды тултыраһығыҙ ҙа, беҙгә ебәрәһегеҙ. Уңыштар һеҙгә!