07.11.2014 Бер йыуаныс бит ул халыҡҡа
“Туғандар, тип ихтирам итеп өндәшәм, һаумыһығыҙ, – тип шылтырата бер уҡыусыбыҙ. – Был тормошҡа зарлана икән, тип уйламағыҙ, барыһына ла шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Заман бер ҡасан да үҙенең еңеллеге менән иркәләмәне беҙҙе, шулай ҙа ауылдарҙың гөрләп торған сағын күрҙек. Әле генә ул, сәбәптәрен һәр кем үҙенсә уйлаһын, бер аҙ һүнеп ҡалғандай булды. Тап ошо ваҡытта гәзит-журнал килһә, хатта күңелле булып китә. Беҙгә йыуаныс бит ул”.
Рәхмәттән башҡа ни әйтәйек. Беҙҙең берәм-бөртөкләп йыйып алған яңылыҡтарыбыҙҙы, мәҡәләләребеҙҙе үҙенә йыуаныс итеп күрә икән кеше, был бит бик яҡшы! Дуҫтар, көнитмешебеҙҙең бөтә күренештәре лә уртаҡ булһын.