RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йәшлек»тәрҙең төп бүләген оторға беҙҙең ниәт!

25.04.2014 «Йәшлек»тәрҙең төп бүләген оторға беҙҙең ниәт!

«Бөтә ауыл менән – «Йәшлек»кә!» конкурсына Әбйәлил районының Күсем ауылы ҡушылды
«Йәшлек»тәрҙең төп бүләген оторға беҙҙең ниәт!
Ҡунаҡтарға күрһәтелә йола

Күсемдәргә ҡунаҡ килгән,
Инде ни хәл итәйек?
Буҙа ҡойоп, таҡмаҡ әйтеп,
Бергә байрам итәйек!

Күсем, Күсем тинеләр,
Күсемдәр кем тинеләр?
Беҙ «Йәшлек»кә яҙылабыҙ –
Йәл түгел меңе лә!
Әбйәлил районының Күсем ауылында беҙҙе шулай таҡмаҡтар менән ҡаршы алдылар. Тик әбйә­лилдәргә генә хас булғанса, улар был юлы ла ҡоро концерт менән хушһынмайынса, буҙа ҡойоу йолаһын атҡарып сығарҙылар. Оҫтабикә Мәзмүрә Ҡужина, буҙаның эше ыҙа, ләкин ул барыһынан да уҙа, тип һамаҡлап, шифалы һәм тәмле эсемлекте нисек әҙерләргә өйрәтте. Ҡыйын да түгел һымаҡ: «Һолоно ҡыҙҙыраһың, төйәһең, елдә елгәрәһең, тирмәндә тартаһың, онона һыйырҙың эс майын ҡушып ҡайнатаһың, һөҙәһең, әҙер булғансы йылыла тотаһың…» Ошо­ларҙы эшләргә түҙемлегең етһә, йәшлек эликсиры әҙер була! Уны көн дә эсеп, йәшәреп тик йөрөй­һөң. Ауылдағы сараларға гел дә буҙа ҡойоп биргән Герой-әсә Вәхидә Ишбулдина, Фәниә Ҡара­ғужина туғыҙынсы, һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуһалар ҙа, нишләп йәш күренә тиһегеҙ? Бар сере шул буҙала һәм изге күңелдәрендә!
«Йәшлек»кә үҙем яҙҙырам!»

Гәзитебеҙҙе алдырып уҡыған кешеләрҙең изге күңелле, аңлы, алдынғы ҡарашлы булыуы күптән мәғлүм. Хәҙер рәхәтләнеп «Йәшлек»те уҡыйым, тигән тоғро дуҫтарыбыҙ быны тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Ғөмүмән, дуҫлыҡты бер нәмәгә ҡарамаҫтан өҙмәгән, һәр ниәтебеҙҙе күтәреп алған, үҙ фекерен ҡайһы берәүҙәр кеүек ирешеп-талашып түгел, ә ипле генә еткергән гәзит уҡыу­сыларыбыҙға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан Кү­семдә йөҙ ҙә ун биш йортта башҡорттар йәшәй, беҙ барғанда «Йәшлек»кә ҡырҡ һигеҙ кеше яҙылғайны. Ауылдың иң оло кешеһе Сәфинә Әхтәмова ла, хатта Ташбулатҡа күскән 95 (!) йәшлек Асия Әхмәҙина ла яратҡан гәзитенән айырылмаған, дуҫлыҡты дауам итә. Үәт, исмаһам, дан кешеләр!
– «Йәшлек» – уҡымлы гәзит, тотош ауыл менән уға яҙылыу – матур күренеш, – тине район советы депутаты Ишморат Калдаманов. – Ошо изге башланғысты хуплап, депутат булараҡ, Күсемдәге клуб, мәктәп, музей, фельдшер-акушерлыҡ пунктын гәзиткә яҙҙырам!
– Изге эшкә тотонғанһығыҙ, – Ташбулат ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Сабит Ғүмәров та күсемдәрҙе маҡтаны. – Күсемдәр – дәррәү халыҡ, афарин!
Халҡым, тип янған-көйгән баш­ҡорт уҙаманы Иштимер Ғүмәров был сараны күтәреп алыу­сыларҙың береһе булараҡ, башлағас, был изге эште тамамлап ҡуйығыҙ, тине: «Таһир Күсимов ауылының конкурсҡа ҡушылыуы оло әһәмиәткә эйә, башҡаларға яҡшы өлгө, һынатмағыҙ инде!»
Ошондай тоғро дуҫтарыбыҙҙың булыуы беҙгә лә мәртәбә өҫтәй түгелме?!

Күсем ауылына – мәктәп!

Башҡа бәләкәй ауылдарҙа халыҡ һанының кәмеүе күҙәтелһә (йә бала тапмайҙар, йә күсеп китәләр), Күсем ауылында һәр йортта балалар тупылдашып тыуып тора. Мәктәпкәсә йәштәге балалар алтмыштан ашыу, ләкин – бына бит бәлә – балалар баҡсаһы юҡ! Әлбиттә, өләсәй-олатайҙың йылы ҡанаты аҫтында үҫкән ҡыҙҙар һәм малайҙар күпкә тәрбиәлерәк, тәрән мәғлүмәтлерәк, инсафлыраҡ та булалыр, ләкин ауылда һыйыныр кешеһе булмағандар кескәйҙәрҙе ҡайҙа итергә белмәй ҡаңғыра. Гел дә күршеләрҙе, таныштарҙы ла бимазалап тороуы уңайһыҙ, ә эшкә йөрөргә кәрәк… Минеңсә, Күсемдә балалар баҡсаһы төҙөлһә, күпме ата-әсәнең баш ауыртыуы бөтөр ине! Хәйер, балалар баҡсаһынан тыш, мәктәп тә ныҡ кәрәк кеүек. Ауылдағы башланғыс мәктәптә егерме дүрт бала уҡый, ҡалған бер өйөр бала Күсем руднигында, Ташбулатта, Белорет мәктәп-интернатында уҡырға мәжбүр. Берәй етәксе, йә депутат ярҙам итеп, яҡын арала Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың ауылында, исмаһам, туғыҙ йыллыҡ булһа ла мәктәп, уға төкәтеп төҙөлгән балалар баҡсаһы ҡалҡып сыҡһа әгәр, республикала демография проблемаһы бөтөнләй үк хәл ителмәһә лә, алға китеш мотлаҡ һиҙелер ине. Һәр хәлдә, күсемдәр, күптәрҙән айырмалы рәүештә, баҫҡан ерҙәрендә ойоп торғанға оҡшамаған – йүнселдәр, тырыштар, бер бөгөнгө көн менән генә йәшәмәйҙәр. Депутаттарҙың да бит төп бурысы киләсәкте хәстәрләү, тимәк, күсемдәр менән маҡсаттары бер булғас, уларға йөҙҙәре менән генә боролаһы ҡалды.

Үрнәк алығыҙ,
дуҫтар!

«Йәшлек»тә изгелек айы тураһында мәҡәләләр баҫылғас, Әбйәлил районының Күсем ауылында тотош йылды «Изгелек йылы» тип иғлан иткәндәр! «Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ» девизы аҫтында «Күсем мәҙәниәте меценаты» конкурсын үткәреү; Күсем ауылы эмблемаһына конкурс иғлан итеү, еңгән проектты киләсәктә ауыл эмблемаһы итеп файҙаланыу; «Ҡала – ауылға» ярҙам акцияһын үткәреү; Бикембәт, Ҡарамалай йылғаларын инештәренән башлап таҙартыу; башҡа экологик өмәләр үткәреү; тыл ветерандарына, ололарға ярҙам акциялары ойоштороу планлаштырылған. «Бөтә ауыл менән – «Йәшлек»кә!» конкурсында ҡатнашыу ҙа ошо йыл сиктәрендә башҡарыла.
Бынан тыш, Мәҙәниәт йылы айҡанлы республикала иғлан ителгән «Мәҙәниәт өлкәһендәге меценат» исеменә конкурс нигеҙендә ауылда «Күсем мәҙәниәте меценаты» исеменә конкурс иғлан ителгән. Меценат исеменә тәүге кандидаттар ҙа бар. Мәҫәлән, Людмила һәм Леонид Рудницкийҙар клубҡа 15 мең һумлыҡ музыкаль колонкалар алып биргән, Риф Ҡарағужин – ике мең һум аҡса, гирляндалар, тәҙрәгә ҡорған-селтәрҙәр, Римма Тайсина-Хафизова ҡыҙҙарға утыҙ байрам күлдәге бүләк иткән. Ислам Ҡарағужин да ике мең һум аҡса килтереп һалған. Нураниә Хафи­зованың 30 сәй бокалы, йыуыу кәрәк-яраҡтары, Сәбилә Зәйнул­линаның тәҙрәгә селтәрҙәре, Рәхимә Мирхәйҙәрованың бер һауыт буяуы, Биктимер Ҡара­ғужиндың көҙгө, сәғәт, бәләкәй музыкаль колонкалары ла клубҡа бик ярап ҡалған. Йәмил Фәизов техника, таҡта менән ярҙам итә. Афариндан башҡа ни тиһең инде шундай кешеләргә?!

Зөлфирәгә –
ҙур рәхмәт!

Ауыл тормошонда әүҙем ҡайнаған активистар Алмас Әхтәмов, Ишморат Хафизов, Сәбилә Зәй­нуллина, Фәнилә Билалова, Әлимә Ғабдуллина, Әғниә Бикмырҙина, Дильмира Ҡунаҡҡолова, Миләүшә Хафизова, Эльмира Ғәҙелшина, Ибраһим Ишбулдин бер тауыштан, Зөлфирәнең ҡайтыуы ауылға йән өрҙө, тиеште. Зөлфирә Ҡарағужи­наның исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш – ул шағирә. Әлеге ваҡытта тыуған ауылына ҡайтып төпләнеп, клуб мөдире вазифаһында ең һыҙғанып эшләп йөрөй.
– Ауылдаштарға рәхмәт, – ти Зөлфирә. – Халыҡ үҙе, әйҙә, тип торғас, эш тә алға бара. Ихлас, әүҙем кешеләр күп беҙҙә. Әйтәйек, Ғәлиә Низамова ваҡыты менән иҫәпләшмәй, балаларға бушлай бейеү өйрәтә. Әсәһе Әлимә апай ҙа шундай уҡ эскерһеҙ, ярҙамсыл кеше. Улдары Рәфил дә ауылға йән өҫтәгән егет, унһыҙ концерт, дискотекалар үтмәй. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Сәбилә, Әғниә, музей директоры Фәнилә, дәртле йәштәр Дильмира Ҡунаҡҡолова, Миләүшә Хәйбуллина, Рита Хафизова, Риф Ҡарағужин, Рәшиҙә Билалова, Ильмира Ғәҙелшина, рухлы ағайҙар, апайҙар менән бергә-бергә ауылыбыҙҙың данын арттырырға тырышабыҙ. Ауыл өлгөрөп еткән, рух уянған, шуға эшләп китеүе һис тә ауыр булманы.
Һәр кем үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, эс бошорғос ҡына йәшәп ятҡандарҙың эсен ҡыҙҙырып, мәҙәниәт усағын онотҡанда бер генә асҡан клуб мөдирҙәренең йәнен көйҙөрөп алайым әле: Күсемдә ай һайын өлкәндәр өсөн «80-се йылдар дискотекаһы» уҙғарыла, унда «Ебегән», «Өс таған» кеүек уйындар уйнайҙар, «марш», «өсмөйөш» бейейҙәр! Арттары менән диванға йәбешкән кешеләр ҡалмаған тиерлек хәҙер унда, хатта башҡа ауылдарҙан да ололар килеп, күңел асып, елләнеп, аяҡ арытып ҡайта. Йәштәр, урта йәштәгеләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, улар өсөн «Төнгө ҡарауыл» уйыны уҙғарыла. Был идеяны ташбулаттарҙан алып, ҡыҙыҡлы итеп ойошторғандар: төндә төрлө заданиелар үтәп, командалар тиҙлектә, иғтибарлылыҡта, берҙәмлектә ярыша. «Төнгө ҡарауыл»сылар, кеше аптыратып, ололарҙың ҡапҡа алдарын ҡарҙан таҙартып, утындарын да өйөп ҡуя хатта! Ошо көндәр­ҙә ауыл халҡы үҙ көсө менән зыяратты ла кәртәләп ҡуйҙы. Изге эште ауыл советы депутаты Исмәғил Билалов, Шамил Ғайсин, Алмас Әхтәмов, ауылдың имам-хатибы Йәмил Фәизов ойошторған. Был – аҡыллыларға ишара, күсемдәрҙән өлгө ал да эшлә!
Таһир Күсимовтың тыуыуына быйыл 105 йыл. Ундай шәхестәре менән һәр ҡала, ауыл ғорурлана, маҡтана алмай. Ә күсемдәр Геройҙың исеменә тап төшөрмәй, ауылдың данын күтәрә. Хәйер, ауылдыҡын ғынамы икән?










Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек»кә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

27.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!


Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!

31.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!


Миллион да отор ине!

11.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Миллион да отор ине!


Бүләкте тапшырҙыҡ!

02.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләкте тапшырҙыҡ!


Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

Ашығығыҙ!

24.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Ашығығыҙ!


26 майға тиклем "Йәшлек"кә яҙыл! Юғиһә...

Льготалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

19.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Туҡһанда ла –  «Йәшлек» менән!

17.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!


Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!

08.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!


Зиләгә бүләк – сәйнүк

07.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Зиләгә бүләк – сәйнүк


Иң өлгөрҙәргә –  «Йәшлек» бүләге

28.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге


«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!

22.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу «Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!


Яҙылырға яйын табайыҡ!

16.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылырға яйын табайыҡ!


“Гәзит  –  күңел йыуанысы”

10.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу “Гәзит – күңел йыуанысы”


Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!