RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хөрмәтле көләкәс дуҫтарыбыҙ!

13.12.2013 Хөрмәтле көләкәс дуҫтарыбыҙ!

Иң ауыр замандарҙа ла уйын-көлкө кешенең юлдашы булған, ауырлыҡтарҙы, ҡайғыларҙы еңергә ярҙам иткән. Шаян йырҙар, көләмәстәр тыуған, төрттөргөс таҡмаҡтар таралған; киске йыйындар, табындар уйын-көлкөһөҙ үтмәгән. Бала тыуып, бер нисә көн үткәс тә йылмая башлай. Әйтерһең дә ул, мин донъяға илап тыуһам да, шат йәшәргә килдем, тигәнде ошо йылмайыу аша аңлатырға теләй. Тимәк, йылмайыу-көлөү беҙгә Хоҙай бүләге. Дөрөҫ, тормош гел ҡыуаныстарҙан ғына тормай. Әммә ҡайғы-хәсрәттәрҙе таратырға әлеге лә баяғы йылмайыу-көлөү бар. Беҙҙең үткер телле, шаян һүҙле авторҙарыбыҙ, йәғни республикаға киң билдәле сатириктарыбыҙ һәм юмористарыбыҙ тап ана шул тормошто күңеллерәк итеү, кешеләрҙе рухи сафландырыу, йәмғиәтебеҙҙе камилыраҡ итеү өсөн тырыша ла инде. Төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе, “Һәнәк” журналын даими алдырыусы уҡыусыларыбыҙ ижадына ла мул урын бирәбеҙ. Улар өсөн махсус рубрикаларыбыҙ бар.
Йылмайып-көлөп, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйек, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ!

“Һәнәк” журналының баш мөхәррире Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

Тәбиғәт ҡосағында

(Фельетон урынына)

– Вәсбиә! Вәсбиә, тим!
– Нимә булды тағы?
– Иртәгә – шәмбе, ҡала ситенә, тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығабыҙ. Әҙерлән!..
Ире Мәймүндең ауыҙынан был һүҙҙәр сығыу менән, ер-күк һөйөндө Вәсбиә – һөрөмлө, тынсыу ҡала һауаһынан ғарҡ булғайны ул. Балалары иһә шатлыҡтан һикерешә үк башланы. Бәй, шулай булмай, ихатала, йәғни кескәйҙәр уйнай торған урында ағастар юҡ дәрәжәһендә бит. Киҫеп, машиналарға урын әтмәләйҙәр. Етмәһә, урамдарҙы киңәйтәбеҙ тип, ағастарға, ҡыуаҡ­тар­ға ла балта күтәрә башланылар... Ә әҙәм – өлкәнме, кесеме – тәбиғәт балаһы, ул тәбиғи мөхиткә ынтыла.
Иртәгәһен Мәймүн, бисәһе Вәсбиәне, бәләкәй улы Ураҙбай менән ҡыҙы Ҡылминурҙы джип­ҡа ултыртып, юлға ҡуҙғалды. Ҡала ситенә сығып, оҙаҡ барманылар, урман юлына боролдолар. Урман, тигәс тә, шүрәлеләр тулы, йырып сыҡмаҫлыҡ ҡара урман түгел ул, аҡландар ҙа байтаҡ бында.
– Мәймүн! Ана теге аҡлан ҡырыйына, ялбыр ҡайын үҫкән урында туҡталайыҡ, – тине осло күҙле, үҙ һүҙен һүҙ итергә күнеккән Вәсбиә. – Бик күркәм төбәккә оҡшаған, шундай урынды яратам мин.
Вәсбиәһенең һүҙенән сыҡмаҫҡа күнеккән Мәймүн рулде шул тарафҡа борҙо. Килеп еттеләр. Әммә, ни күҙҙәре менән күрһендәр, уларға тиклем бында кемдәрҙер табын ҡороп, рәхәт сиккән, тирә-йүнгә буш шешәләр, аҙыҡ ҡалдыҡтары, ҡурҙаҡ бешергәндән тороп ҡалған торомбаштар, башҡа сүп-сар һибелгәйне.
– Фу-у-у, әшәкеләр! – Мәймүн, машинанан да төшөп тормай, тиҙерәк был урындан тайыу яғын ҡараны.
– Ҡәбәхәттәр! Ҡулдары арттарына етмәй! – тип эләктереп алды уның һүҙҙәрен Вәсбиә, кемде булһа ла һүгергә яй сығыуына сикһеҙ һөйөнөп.
Хатта балалар ҙа өндәшмәй ҡала алманы.
– Алама апайҙар булып киткән бында, – тип мығырланы Ураҙбай.
– Апайҙар түгел – ағайҙар! – тип төҙәтте уны әсәһенән күреп бәхәсләшергә оҫтарған Ҡылминур.
– Кем булһалар ҙа, әшәкеләр улар! – тине йән асыуын һаман баҫа алмаған Мәймүн.
– Әшәке түгел, ҡәбәхәттәр улар! – тип төҙәтте уны һәр саҡ һуңғы һүҙҙе әйтергә күнеккән Вәсбиә.
Бер аҙ барғас, алда йылға яры шәйләнде.
– Ана шәп урын! Иркенләп һыу инәбеҙ былай булғас! Һары таҙа ҡомда ҡыҙынырға күптән хыяллана инем! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Вәсбиә. Хатта сисенә үк башланы.
Килеп еттеләр. Инәкәйем! Яр буйы баяғы ерҙән дә бысраҡ ине! Тирә-йүнгә шундай уҡ буш шешәләр, аҙыҡ ҡалдыҡтары, ҡурҙаҡ бешергәндән тороп ҡалған торомбаштар, башҡа сүп-сар һибелгәйне.
– Әшәкеләр! – тип кенә ҡалманы, был юлы ауыҙ эсенән генә һүгенеп тә алды Мәймүн.
– Ҡәбәхәттәр! – тип йөпләне уны Вәсбиә, ағыуын сәсергә яй сығыуына һөйөнөп.
– Алама апайҙар! – тине Ураҙбай.
– Алама ағайҙар! – тине Ҡылминур.
Тағы әллә нисә урында шундай уҡ күренешкә тап булдылар ашҡынып тәбиғәт ҡосағына ташланыусылар.
– Ана теге тау башына күтәреләйек, булмаһа, – тип тәҡдим итте, аптырағас, Вәсбиә.
Ысынлап та, йәшел ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған тау башына быға тиклем “әшәкеләр үә ҡәбәхәттәр” әлегә аяҡ баҫмағайны. Вәсбиә менән Ҡылминур, ашъяулыҡ йәйеп, табын әҙерләргә тотондо, Мәймүн менән Ураҙбай ҡурҙаҡ бешереү хәстәрен күрә башланы...
Ашанылар, эстеләр, рәхәтләнеп ял иттеләр улар тәбиғәт ҡосағында! Шәп иттек әле килеп, тип һөйөнөштөләр. Бысранмаған урын эҙләп ыҙаланыуҙары тамам онотолдо шикелле.
Күтәренке кәйеф, көр күңел менән ҡайтыр яҡҡа йүнәлделәр.
Уларҙан һуң был урында буш шешәләр, аҙыҡ ҡалдыҡтары, торомбаштар, башҡа сүп-сар һибелеп тороп ҡалды...
– Әшәкеләр! – тинем мин, яҙмамды тамамлар­ға ниәтләп.
– Әлбиттә, шулай! – тип өҫтәне һуңғы ғәҙел һүҙҙе әйтергә күнеккән баш мөхәррир.

Уҡбай УРМАНТАЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек»кә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

27.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!


Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!

31.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!


Миллион да отор ине!

11.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Миллион да отор ине!


Бүләкте тапшырҙыҡ!

02.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләкте тапшырҙыҡ!


Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

Ашығығыҙ!

24.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Ашығығыҙ!


26 майға тиклем "Йәшлек"кә яҙыл! Юғиһә...

Льготалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

19.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Туҡһанда ла –  «Йәшлек» менән!

17.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!


Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!

08.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!


Зиләгә бүләк – сәйнүк

07.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Зиләгә бүләк – сәйнүк


Иң өлгөрҙәргә –  «Йәшлек» бүләге

28.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге


«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!

22.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу «Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!


Яҙылырға яйын табайыҡ!

16.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылырға яйын табайыҡ!


“Гәзит  –  күңел йыуанысы”

10.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу “Гәзит – күңел йыуанысы”


Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!