RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йәшлек»тең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ

16.11.2010 «Йәшлек»тең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ

Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре!
«Йәшлек»те яратып уҡыусы һәм даими уға яҙылыусы Зәкиә инәйегеҙҙән һәммәгеҙгә лә ялҡынлы сәләм. Моратҡа ирештерһә, киләһе йылда ла гәзитте алдырасаҡмын.
Тормоштоң, йәшәйештең төрлө тармаҡтарын яҡтырт­ҡан яратҡан баҫмабыҙҙың әһәмиәте төрлө ҡатлам кешеләр, төрлө йәштәгеләр һәм һөнәр эйәләре өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ. Ул үҙе бер тормош һабаҡтары булып тора: уҡыйбыҙ, уҡытабыҙ, фәһем алабыҙ. Бигерәк тә Марсель ҡотлоғәлләмовтың публицистик мәҡәләләре көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтырта. Йырҙың һүҙен алып ташлап булмаған кеүек, редакцияның һәр бер хеҙмәткәренең дә эшен ситләтеп әйтерлек түгел. Ул гәзиттең төрлө рубрикалары, биҙәлеше иҫ китмәле бит!
Бына Илдар Ғәбитовтың сканвордтарын ғына алайыҡ. Ни тиклем мәғлүмәт! Тик яуаптарын ғына киләһе һанда бирә килһәгеҙ ине. Әле лә күп кенә башҡорт телен белеп еткермәгән йәки, ғөмүмән, мәғлүмәте һайыраҡ булған кешеләргә белемен арттырыуға ярҙам булыр ине.
Бөтәгеҙгә лә оло хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Беҙгә рухи аҙыҡ биреүсе үҙегеҙгә сәләмәтлек, күтәренке күңел теләйем.
Зәкиә ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.

ҡәҙерле дуҫтар!

«Йәшлек»кә хәҙер ике индекс буйынса яҙылырға була. Гәзит өйөгөҙгә аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һум шәмбе көндәрендә килһен тиһәгеҙ – 80148 индексы (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 371 һум 22 тин), шәмбе һанын ғына алдырып уҡырға теләһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 302 һум 16 тин) 16414 индексы буйынса яҙылырға кәрәк.
Ә Өфөлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ «Өфө-печать» киоскылары аша 80148 индексы буйынса гәзитебеҙҙең шишәмбе һәм шәмбе һандарына яҙыла ала. Был осраҡта 1 айға яҙылыу хаҡы – 50 һумға, ярты йылға 300 һумға төшә.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!










Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек»кә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

27.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!


Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!

31.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!


Миллион да отор ине!

11.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Миллион да отор ине!


Бүләкте тапшырҙыҡ!

02.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләкте тапшырҙыҡ!


Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

Ашығығыҙ!

24.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Ашығығыҙ!


26 майға тиклем "Йәшлек"кә яҙыл! Юғиһә...

Льготалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

19.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Туҡһанда ла –  «Йәшлек» менән!

17.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!


Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!

08.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!


Зиләгә бүләк – сәйнүк

07.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Зиләгә бүләк – сәйнүк


Иң өлгөрҙәргә –  «Йәшлек» бүләге

28.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге


«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!

22.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу «Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!


Яҙылырға яйын табайыҡ!

16.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылырға яйын табайыҡ!


“Гәзит  –  күңел йыуанысы”

10.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу “Гәзит – күңел йыуанысы”


Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!