RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡайҙа “Йәшлек”те күп алдыралар – шунда яңы почтальон көтөгөҙ!

25.10.2013 Ҡайҙа “Йәшлек”те күп алдыралар – шунда яңы почтальон көтөгөҙ!

Ҡайҙа “Йәшлек”те күп алдыралар – шунда яңы почтальон көтөгөҙ!“Йәшлек” бүләк иткән гармун “Байыҡ”тың гала-концертында ҡатнашасаҡ!
“Альберт ағай Буранғолдан сыҡҡан тинеләр, хәҙер килеп етер”, – шулай тип Амангилде почта бүлексәһе начальнигы Гөлйөҙөм Кирәева беҙҙе, почтальондарҙы, тынысландыр­ҙы. Хәйер, бер мин генә, беренсе тапҡыр почтаға “эшкә сыҡҡас”, ҡуҡанлап, үҙемә урын таба алмай ултырам, ә Илүзә Бикҡужина, Хәлисә Төхбәтова, Рәмилә Рәхимова ҡыштыр-ҡыштыр килеп үҙ эштәре менән була – газ һәм электр уты өсөн квитанцияларҙы бүлешә. Был яуаплы эшкә мине ҡыҫтырмайҙар, йә бутап ҡуйыр ҙа, аҙаҡ осона сығыуы бер бәлә булыр, тиҙәрҙер инде. Шулай ҙа йә Гөлйөҙөмдө, йә гәзит таратыусыларҙы эшенән айырып, тегеһен-быныһын һорашам.
– Беҙҙә туҡһан йәшлек инәй бар, Өммөкамал Баязитова, – тип документтар тултыра-тултыра һөйләй Гөлйөҙөм. – Уға, инәй, гәзиткә яҙылығыҙ, тиһәм, әйҙә һуң, тип дәртләнеп, иң башта мине, йәш кешене, “Йәшлек”кә яҙ, тип көлә, шунан “Осҡон”до ла оноттороп ҡуйма, ти. Ошо дан инәй бөтөн “Салауат Юлаев” командаһын исемдәре менән белеп һөйләп ултыра ла ул! Бына бит, гәзит уҡыған кеше уҡыған кеше инде. Шулай уҡ Фәрзәнә Юлмөхә­мә­това ла подписканы һәр ваҡыт “Йәшлек”тән башлай. Мәктәптә эшләп йөрөгән һәм хаҡлы ялдағы уҡытыусылар ҙа һис бер һүҙһеҙ яратҡан гәзитебеҙгә яҙыла. Әйт­кәндәй, Рысҡужанан Зөһрә апай Мәһәҙиева 13 төрлө баҫмаға яҙыла, Латифа Мостафина ла унан ҡалышмай... Һанай китһәң, шундай уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы кешеләребеҙ күп беҙҙең! Бер яңылыҡты әйтергә онотмайым әле: “Йәшлек” бүләк иткән гармун “Байыҡ”тың гала-концертында ҡатнашасаҡ! Клуб хеҙмәткәре Вәхит Камалов бейеүе менән үтте. Бигерәк матур бейеү килеп сыҡҡан!
Был һөйөнсөгә иркенләп ҡыуа­нып та өлгөрмәнек, ишектән Аль­берт Ямуров килеп тә инде. Көн һайын тиерлек утыҙ йыл дауамында почта ташыған водителде Әбйәлилдә белмәгән кеше юҡтыр. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исемен йөрөткән Альберт ағай, тиҙ-тиҙ генә донъя хәлдәре тураһында һөйләшеп, хәҙерге тормош менән сағыштырғанда, элек коммунизмда йәшәгәнбеҙ, үҙебеҙ генә шуны белмәгәнбеҙ, тигән һығымта яһап ҡуйҙы ла: “Ләкин ауырлыҡтарға ҡарамай эшләргә лә эшләргә кәрәк!” – тип хушлашып сығып та китте.
Шул саҡта үҙебеҙҙең гәзитте күреп, саҡ иламаным: ике данаһын тышлыҡ итеп өҫтән һәм аҫтан һалғандар, шулары ойпалып, йыртылып, әллә нимәгә әйләнгән! Шаҡ ҡатып тороуымды абайлап, почтальондар, Белореттан шулай ебәрәләр, тип аңлатырға ашыҡты: “Былай ҙа йыш ҡына гәзит-журналдар етешмәй, улар ошолайтып тағы ике гәзитте юҡҡа сығара. Күп осраҡта “Йәшлек”, “Осҡон” етмәй, өҫтәмә дана һалһалар, яҡшы булыр ине. Юғиһә үҙебеҙ яҙылған баҫмаларға күҙ йүгертеп кенә сығабыҙ ҙа, кешегә һалабыҙ. Әле бына “Ағиҙел” юҡ, ә кеше таптыра. Ерле-юҡтан әрләнеп тә ҡалабыҙ”.
– Баҫмалар теүәл, ваҡытында килеп торһа, кеше яҙыла ул, ә килмәһә, әлбиттә, икенсе юлы баш тарта, – ти Гөлйөҙөм. – Форсаты сыҡҡас, редакциялар башҡорт баҫмаларын һатыуға ла ебәрһендәр ине, тип әйтеп ҡалайым. Башҡортса гәзит-журналдарҙы халыҡ гел һорай ул.
Амангилде ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа гәзитебеҙҙе яратып уҡығандарын яҙылыусылар һанына ҡарап та белеп була – иң тос пачка “Йәшлек”! Почтальондар подписка менән өй һайын ике-өс тапҡыр йөрөп, бурысҡа үткәреп, аҙаҡ саҡ аҡсаны йыйып алһалар ҙа, халыҡты аң-белем, мәғлүмәт сығанағынан айырмай. Урындағы хакимиәт башлығы Раян Фәттәховҡа ла рәхмәтлебеҙ – ул гәзит-журналдарға яҙылыуҙы һәр саҡ тикшереп, күҙәтеп, контролдә тота. Тик бына оптималләштереү тигән булып, Үтәгәндә мәктәпте ябыуҙары ата-әсәләргә, уҡыусыларға ғына түгел, беҙгә лә ҡарата эшләнгән ҡырын эш булды әле ул – эшһеҙ ҡалған уҡытыусылар йөҙөндә яҙылыу­сыларыбыҙҙы юғалттыҡ...

Берҙәмдәрҙең эше алға бара
Ҡайҙа “Йәшлек”те күп алдыралар – шунда яңы почтальон көтөгөҙ!
Амангилде почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре шәп-шәп кенә гәзиттәрҙе бүлгән арала, уларға ярҙам итергә маташып, аяҡ аҫтында буталып йөрөйөм. Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яратҡан бүлексә начальнигы Гөлйөҙөм Кирәева, коллективыбыҙ татыу, почтальондар яҡшы, хас та социаль хеҙмәткәрҙәр кеүек хәстәрлекле, кеше менән уртаҡ тел таба беләләр, шуға эшебеҙ ҙә алға бара, тип коллегаларын маҡтаны.
– Тик почтальондарҙың эш хаҡы бигерәк аҙ, – тип көйөп тә ҡуйҙы. – Исмаһам, спецовка ла бирмәйҙәр бит. Әгәр өҫ кейеме, аяҡ кейеме бирһәләр, кешене эшкә йәлеп итеүе еңел булыр ине. Бына Хәлисә апайҙың сумкаһы өтөлөп-ҡырылып бөткән. Кеше араһына сығарып ебәреүе оят. Ғөмүмән, был апайға төплө ярҙам кәрәк ине ул – ташҡын мәлендә өйө зыян күрҙе, әммә бер ҡайҙан бер тинлек ярҙам килмәне.
Элек дөйөм хужалыҡта бухгалтер, кассир булып эшләгән Хәлисә апай почтала ла инде ике йыл эшләй. Амангилденең яртыһына, Үтәгәнгә почта ташый. Ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа юл ыңғайындағы машиналарға эләгеп йөрөргә тура килә. Әммә быға ҡыйынһынмай, сөнки, үҙе әйтеүенсә, эшен бик оҡшата.
Амангилденең икенсе яртыһына һәм Әбделғәзе ауылына Рәмилә Рәхимова почта тарата. Ул яңы ғына эшләй башлаған.
– Әбделғәзегә ике ай кеше эҙләнем, – ти Гөлйөҙөм. – Эш хаҡы күпме, тип һорайҙар, өс мең һумдан алып тиһәм, баш тарта ла ҡуялар. Ярай ҙа Рәмилә ризалашты.
– Шул аҙ ғына эш хаҡына йөрөйһөңмө, тип халыҡ аптырай ул, – тип һүҙгә Рәмилә ҡушыла. – Аҡсаны әҙ түләһәләр, башҡа эшләмәм, тим.
Әҙ булһа ла, даими рәүештә аҡса килер сығанаҡ булғанда йәшәүе ышаныслыраҡ, тип уйлайым үҙемсә, ләкин үҙ фекеремде үҙемдә ҡалдырам. Ә ҡатындар Рәмиләне, ҡал да ҡал, тип өгөтләйҙәр – яҡшы кешене ебәргеләре килмәй.

Рысҡужала беҙҙе яраталар!

Ниһайәт, почтала өс йыл эшләгән Илүзә Бикҡужина (элекке йыл “Йәшлек”тең махсус бүләген алған дуҫыбыҙ), ауыр сумкаларын иңбашына аҫты ла, әйҙә, киттек, тине. Ҡыуанып артынан эйәрҙем – беҙ хәҙер икәүләп Рысҡужа ауылына почта таратасаҡбыҙ.
– Ә Ҡаҙмашҡа иртәгә үҙем таратырмын, сөнки квитанцияларҙы һалғансы кис етәсәк, ауыл ҙур ғына, – тип аңлатты Илүзә. – Элек почтальон Бибинур Мәхмүтованы ял иттереп йөрөгәйнем. Ул хаҡлы ялға киткәс, эшкә саҡырҙылар, баш тартып торманым. Күпселектә аяҡҡа көс төшә, тик мин зарланмайым. Сөнки саф һауала йөрөү, кеше менән аралашыу ҙа үҙенә күрә ҡыуаныс. Почта тарат­ҡанда ҡыҙым Гөлсөм, улдарым Тимербулат менән Ислам да ярҙамлаша, улар­һыҙ ике ҡулһыҙ кеүекмен.
Илүзәне тыңлай-тыңлай, йүгерә-атлай почта таратам – яңы эш бит, шуға ҡыҙыҡ! Мин гәзитте һалыуым була, артымса кешеләр сығып, уны ала ла һалалар. Күбеһе артымдан аптырап ҡарап ҡала. Был ауылда “Йәшлек”те алдырып уҡыған иң оло уҡыусыбыҙға 87 йәш! Ғәйшә Ямалованан, ысынлап гәзитебеҙҙе уҡыйһығыҙмы, тип төпсөнгәс, уҡыйым шул, тип яуапланы: “Гәзит уҡыуҙан башҡа эшем юҡ, Илүзәне көтөп алам. Тик бына гәзиттең аҙнаһына бер килеүе оҡшамай, элек ике тапҡыр таратҡандарында бик тә уңайлы ине”.
– Башҡа эшем юҡ, тиһә лә, бер ҙә тик ултырмай ул Ғәйшә инәй – ойоҡбаш, бейә­ләй­ҙәр бәйләй, – тип йылмайҙы Илүзә. – Әйткәндәй, ейәне Ишдәүләт тә гәзит-журнал­һыҙ ҡалмай, “Һәнәк”, “Башҡортостан” һәм башҡа баҫмаларға йыл да яҙыла.
– Ә мин быйыл, аҡсанан өҙөлөп, “Йәшлек”те алдырмағайным, ҡалай уңайһыҙ булды әле, – тип, беҙҙе осратып, бошондо Алмабикә Усманова. – Киләһе йылға мотлаҡ яҙылам!
Гәзитебеҙҙе даими алдырыусы Клара һәм Йәүҙәт Ибраһимовтар, Рәхилә һәм Нәзир, Сулпан һәм Фәнил Хәкимовтар, Шәүрә һәм Дамир, Азалия һәм Зәбир, Сәғирә һәм Раил Зәйнуллиндар, Мәрйәм һәм Ғәҙел Моста­финдар, Минзәлә һәм Йәмил, Ғәдилә һәм Мирйән Абдуллиндар, Айгөл һәм Айбулат, Шәүрә һәм Йәүҙәт Һибәтовтар, Зөһрә Мәһә­ҙиева, Роза һәм Иршат Иҡсановтар, Рәүлә һәм Раян Фәттәховтар, Гөлсирә Хамматова, Разия һәм Айҙар Ғиззәтовтар, Айһылыу һәм Самат Әхтәмовтар, Зифа һәм Наил Билаловтар, тағы биш кеше ташлама менән файҙаланып, декада мәлендә “Йәшлек”кә яҙылып та ҡуйған. Илүзәнең һүҙе буйынса, һанай китһәң, тотош Ҡаҙмаш, Рысҡужа ауылдары халҡын яҙырға кәрәк, сөнки әлеге ваҡытта бында 85 йортҡа гәзитебеҙ килә!
– Нисек инде “Йәшлек”кә яҙылмайым ти? Яҙылам! Ашаған ашым, эскән һыуым шул гәзит-журналдар! – тип ярып һалды Латифа Мостафина. – Ашамаһам – ашамайым, әммә “Йәшлек”кә, “Осҡон”ға, “Киске Өфө”гә, “Шоңҡар”ға мотлаҡ яҙылам. Телевизор ҡарар­ға яратмайым, ә гәзит-журналды ҡабат-ҡабат уҡыйым, бер көләм, бер илайым, йә аптырайым, йә шатланам, тигәндәй... Сканвордты рәхәтләнеп сисәм, эҙләп тә яуап таба алмаһам, ихатаға сығып йөрөп баш ватам. Иҫкә төшһә, ҡыуанып яҙа һалам.
– Беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән “Йәшлек”те яратып уҡыйбыҙ, – тип йөпләне уны ауылдашы Эльвира Хөснөтдинова. – Миңә айырыуса “Тормош юлдары ҡатмарлы” рубрикаһы оҡшай.
– Иҫ белгәндән алып “Йәшлек” менән бергә, – тине Минзәлә Абдуллина. – Атайҙар “Ленинсы”ны яҙҙырҙы, шуны тәүҙә Фәрит, Таһир, Зәбир ағайҙар уҡыны, аҙаҡ беҙгә, Фәнүзә, Рәсимә, Гөлниса, Нәжибәгә, сират етте. Оҡшай торғайны, әле лә яратып уҡыйбыҙ, йыл да яҙылабыҙ. Аҙнаһына бер генә сыҡҡас, күләме ҙурайҙы, шуға уҡып та бөтөп булмай ине, хәҙер өйрәндек шикелле. Һәр хәлдә, аҙна буйына яйлап башынан аҙағынаса уҡыйбыҙ.
Гөлнәфис Яхина ла “Йәшлек”тең хәбәрсеһен ауылында күреп шатланды:
– Бер йыл да яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ, сөнки “Йәшлек”һеҙ йәшәү юҡ! “Йәшлек”те уҡып, йәш булып тик йөрөйбөҙ. Тик аҙнаһына бер генә сығыуы ҡыйын.
Матур-матур кешеләрҙән яҡшы һүҙҙәрҙе ишетеүе бигерәк күңелле ине, тик тиҙҙән почтаны таратып бөтөрҙөк тә ҡуйҙыҡ!
Почта сумкаһы бушаһа ла, күңел ҡыуаныс­ҡа тулғайны, шуны мөлдөрәмә килеш кенә өйгә алып ҡайтылды. Оҡшап ҡалды миңә почтальон эше, яңынан берәй ауылға барып, эшләп ҡайтмай булмаҫ. Тағы ҡайһы ауылда “Йәшлек”те күп алдыралар әле ул?! Мин шунда барам!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек»кә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

27.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!


Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!

31.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!


Миллион да отор ине!

11.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Миллион да отор ине!


Бүләкте тапшырҙыҡ!

02.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләкте тапшырҙыҡ!


Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

Ашығығыҙ!

24.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Ашығығыҙ!


26 майға тиклем "Йәшлек"кә яҙыл! Юғиһә...

Льготалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

19.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Туҡһанда ла –  «Йәшлек» менән!

17.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!


Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!

08.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!


Зиләгә бүләк – сәйнүк

07.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Зиләгә бүләк – сәйнүк


Иң өлгөрҙәргә –  «Йәшлек» бүләге

28.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге


«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!

22.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу «Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!


Яҙылырға яйын табайыҡ!

16.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылырға яйын табайыҡ!


“Гәзит  –  күңел йыуанысы”

10.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу “Гәзит – күңел йыуанысы”


Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!