09.11.2010 Осрашайыҡ «Йәшлек»тә
Редакция хеҙмәткәрҙәренән торған тимурсылар командаһы кемгә барыр?
Кисә генә йәйҙе көткәйнек, баҡтиһәң, уныһы ла күҙ асып йомған арала эҫе томра көндәре менән төш кеүек кенә үтеп тә киткән, ә иртәгә ҡышҡа аяҡ баҫырға торабыҙ түгелме, йәмәғәт? Ә шулай ҙа көҙгө елдең моңона әүрәп йоҡоға талырға иртә әле, иртә. Булған эштәрҙе теүәлләп, гәзитебеҙ йыл һайын ойошторған иң шәп, иң мауыҡтырғыс һәм, уңыш йылмайһа, табышлы ла «Йәшлек»-фараз» конкурсында ҡатнашырға ваҡыт етте, дуҫтар! Еңегеҙҙе һыҙғанып, фараз итеү һәләтегеҙҙе һынап, бүләктәр отоу мәлен үткәрмәгеҙ, ашығығыҙ.
Гәзитебеҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу барышында конкурста еңеүсегә бер көнөбөҙҙө бағышларға вәғәҙә биргәйнек. Әбйәлил районының Балапан ауылынан Клара Зәйтүнованың фаразы дөрөҫлөккә тап килде. Вәғәҙә – иман, редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүсенең әмерен үтәне: бынауындай ҡоро йәйҙә Зәйтүновтарға япраҡ-аҙыҡ әҙерләшеп, ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәштә үҙ өлөшөн индерҙе.
Был юлы ла «Йәшлек»-фараз» конкурсында еңеүсегә редакция хеҙмәткәрҙәре бер көнөн бағышлаясаҡ. «ҡышын, яҙын ни эшләтмәк кәрәк һеҙҙе?» – тиһегеҙме. Аптырамағыҙ, һәр миҙгелдең үҙ хәстәре. ҡар көрәргә саҡыраһығыҙмы, утын әҙерләргәме – уныһы һеҙҙең ҡарамаҡта. Редакция хеҙмәткәрҙәренән торған тимурсылар командаһы барыһын да үтәргә әҙер. Бынан тыш, сәпкә тура килтереп яҙған тағы 50 фаразлаусы ла бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ, дәртләндереләсәк.
Конкурста ҡатнашыу шарттары бик ябай:
– «Йәшлек» гәзитенә 2011 йылдың беренсе ярты йыллығына 80148 индексы буйынса яҙылырға (әгәр быға тиклем яҙылған булһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ!),
– купонды тулыһынса (исем-шәрифегеҙ, адресығыҙ, телефон һандары) тултырып, «Йәшлек» гәзитенең 2011 йылдың тәүге ярты йыллығындағы тиражын фаразлап яҙырға,
– гәзиткә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияның күсермәһен ҡушып, купонды гәзитебеҙ редакцияһына конвертҡа һалып ебәрергә кәрәк. Конверт тышына «Йәшлек»-фараз» тип яҙырға онотмағыҙ. «Урал лото»ның миллиондарына күҙ ҡыҙҙырып ятҡансы, «Йәшлек»кә яҙылып (шишәмбе һәм шәмбе һандарына ярты йылға яҙылыу хаҡы ни бары 371 һум 22 тин), бүләктәр оторға, уңыш йылмайһа, осрашырға ашығығыҙ, дуҫтар!
Мөхәрририәт.