24.05.2013 “Оялыштан яҙылдым…”
Редакция ниндәй генә йөкмәткеле хаттар алмай. Күбеһендә, әлбиттә, үтенестәр менән бер рәттән, рәхмәт һүҙҙәре лә бар. “Йәшлек” – халыҡ араһында ярайһы билдәле гәзит. Әммә йә “Ленинсы” бөткән осорҙан баҫма тураһында ишетмәгән, йә ситтән яңыраҡ күсеп ҡайтып, гәзитебеҙҙе тәүгә күреп торған замандаштар ҙа бар. Ошо көндәрҙә Дәүләкән районынан бер хат алдыҡ.
“Һаумыһығыҙ, дуҫтар! Алыҫ яҡтарҙан тыуған еремә күсеп ҡайтыуға ла бер нисә йыл тулды. Шөкөр, булған проблемаларҙы хәл итеп бөттөк, бөгөн йәшәү шарттарына зарланырлыҡ түгел. Һеҙҙең гәзит ҡулға былтыр осраҡлы килеп эләккәйне. Оҡшаттым хатта. Әммә нишләптер яҙылырға башҡа килмәгән. Үҫмер улдарымдың береһе оялтты әле. Әсәй, үҙең беҙгә, башҡортса һөйләшегеҙ, тиһең, үҙең үҙ телеңдәге гәзитте лә алдырмайһың, ти бала. Почтальонды көтә-көтә көтөк булдым аҙаҡ. Әле яҙылдым. Оялыштан…” Был хат авторына ни тиһең инде?! Афарин! Тәү сиратта – сос балаға.
Дуҫтар, һеҙгә ишара. “Йәшлек”кә яҙылыу хаҡы –
447 һум 54 тин. Индексы – 80 148.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!