05.04.2013 «Йәшлек»-фараз»дан ситтә ҡалмағыҙ
Подписка алдынан уҙғарылған „Йәшлек”-фараз” конкурсы шул тиклем популяр бәйгегә әйләнде, уҡыусыларыбыҙ, бәйге уҙғармаһаҡ та, „Йәшлек”кә яҙылыу тураһында квитанцияларын ебәрергә ғәҙәтләнеп алды. Дуҫтарыбыҙҙың өмөтөн быйыл да аҡларға булдыҡ – 2013 йылдың икенсе ярты йыллығына баҫмабыҙға яҙылыусылар араһында „Йәшлек”-фараз” конкурсын тағы иғлан итәбеҙ.
Хужалығығыҙҙа кәрәкле шәп бүләктәргә эйә булғығыҙ киләме? Әлбиттә, тиерһегеҙ. Улай булғас, почтаға барып, „Йәшлек” гәзитенә яҙылығыҙ ҙа, түбәндәге купонда тәҡдим ителгән буш шаҡмаҡтарға биш һанды – „Йәшлек”кә икенсе ярты йыллыҡҡа күпме кеше яҙыласағын фаразлап, тулыһынса исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, телефон һандарын асыҡ итеп, тултырып яҙып, гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен ҡушып, купонды редакцияға ебәрегеҙ.
Еңеүселәрҙе бағыусыбыҙ – Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов әҙерләгән сепарат, һыу насосы, электр бысҡыһы, инструменттар йыйылмаһы, электр ит турағысы, кеҫә телефоны кеүек ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Интуицияғыҙҙы егеп, тәүәккәлләп, бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, хөрмәтле дуҫтар. Кем белә, бәлки, бүләктәр һеҙҙеке булыр.
Мөхәрририәт.