RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер көлөшөү – бер ғүмер

11.12.2012 Бер көлөшөү – бер ғүмер

Бер күрешеү − бер ғүмер, тиҙәр. Әммә шул бер күрешкән саҡта рәхәтләнеп көлөшөп тә алһаң... Хәйер, быны беҙҙең даими уҡыусыларыбыҙ бик һәйбәт белә. Сөнки беҙ улар менән ай һайын осрашып, күрешеп торабыҙ һәм, әлбиттә, көлөшөп тә алабыҙ, "Һәнәк" − республика­быҙ­ҙағы башҡорт телендәге берҙән-бер көлкө журналы һәм шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың һәр береһе бик ҡәҙерле беҙгә. Әйткәндәй, һуңғы арала уҡыусыларыбыҙ һаны арта төштө, был хәл башҡа баҫмаларҙа һиҙелмәне, тип маҡтанып алһаҡ та, урынлы булыр.
Ғүмер баҡый, тормош ауыр ҙа тормош ауыр, тип зарланабыҙ. Ауыр булмаһа, бәлки, ҡыҙығы ла булмаҫ ине уның. Шуға күрәлерме халҡыбыҙ күптән инде ауырлыҡтар менән көрәшергә, улар­ҙы еңергә күнеккән. Был көрәштә, физик көстән бигерәк, рух көсө өҫтөнлөк итә, ә үткер, аҡыллы, үтемле, йә күңелдәрҙе күтәрерҙәй ҡыҙыҡ һүҙ − рухи донъяның бер күркәм биҙәге бит ул. Тимәк, көлкө ауырлыҡтарҙы еңергә, ә үткер сатира уғы уларҙы киләсәктә булдырмаҫҡа ярҙам итә. Шуғалырмы йыш ҡына "Һәнәк"кә рәхмәт әйтеп яҙылған хаттар килә беҙгә.
Алдағы йылда сығасаҡ һандар өсөн Марат Кәримов, Мансаф Ғиләжев, Рәдиф Тимершин, Марсель Сәлимов, Кәбир Аҡбашев, Риф Мифтахов, Факил Мырҙаҡаев, Камил Фазлый, Нәжиә Игеҙйәнова, Закир Әҡбәров, Салауат Рәхмәтулла, Юныс Зөбәйеров кеүек сатира-юмор оҫталары үткер телле һәм көлкөлө әҫәрҙәр әҙерләп ҡуйҙы ла инде. Ауылдарҙан да күркәм-күркәм яҙмалар килеп тора, уларҙы уҡыусыларыбыҙ күреп тора.
Әйҙәгеҙ, киләһе йылда ла ай һайын күрешәйек, бергәләп көлөшәйек!
"Һәнәк" журналының баш мөхәррире Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

Көлкө һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!

Шаян шиғырҙар, хикмәтле хикәйәләр, фәһемле фельетондар, көлкөлө көләмәстәр, мәғәнәле мәҫәлдәр, әкәмәтле әйтемдәр, ҡыҙыҡлы һүрәттәр... Былар бөтәһе лә − бары тик республикабыҙҙағы берҙән-бер көлкө журналы "Һәнәк"тә генә! Уларҙан тыш та күңел күтәрелерҙәй көлкөлө күстәнәстәр етерлек унда. Шуларҙан киләһе ярты йыллыҡта ла ай һайын ауыҙ итеп торайыҡ тиһәгеҙ, журналға ваҡытында яҙылырға онотмағыҙ! "Һәнәклото"ла отоусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр ҙә көтә!
Яҙылыу хаҡтары: 1 айға – 32 һум 19 тин, 3 айға − 96 һум 57 тин, 6 айға – 193 һум 14 тин. Журналдың индексы − 73456.
Йәшәйек, дуҫтар, йылмайып-көлөп,
Булған ғүмерҙең ҡәҙерен белеп!


Үрнәк алығыҙ!

Йәшем − етмеш етелә,
Уйламайым ике лә,
"Һәнәк" журналын алам,
Уға яҙылам һаман,
Унан дәрт-дарман алам,
Йәшәү мәғәнәһен табам!
Файҙалы үтер ялығыҙ −
Минән үрнәк алығыҙ!
Әҙел ИСХАҡОВ.
Өфө ҡалаһы.

Әммә...

Талантлылар ялҡау була, тиҙәр, әммә был ялҡауҙар талантлы була тигән һүҙ түгел.
ҡорал эшләр, ҡул маҡтаныр, тиҙәр, әммә был ҡулдың маҡтанырға хаҡы юҡ тигән һүҙ түгел.
Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр, әммә был сүлмәк мотлаҡ май менән тулы тигән һүҙ түгел.
Бәхетленең ике ҡунағы бергә килә, тиҙәр, әммә был өс ҡунағы бергә килһә, ул тағы ла бәхетлерәк була тигән һүҙ түгел.
Ауыҙың ҡыйыш булһа, көҙгөгә үпкәләмә, тиҙәр, әммә был көҙгөң ҡыйыш булһа, ауыҙыңа үпкәлә тигән һүҙ түгел.

Әпкәләй ТӘПКӘЛӘЕВ.

− Белмәйем, нисек килеп сыҡҡандыр, әммә һеҙҙең йә­мәғәтегеҙ самолетҡа ултыра алмай, аэропортта тороп ҡалды, – ти стюардесса пассажирға.
− Аллаға шөкөр! − ти ир. − Мин инде, әллә һаңғырауландыммы, тип ҡайғыра башлағайным...
* * *
− Мин һиңә ҡыҙымды бирмәйәсәкмен! − тип ҡырт киҫә бизнесмен кейәүлеккә дәғүә итеүсе егеткә. − Ә бына һөмһөҙлөгөң һәм оҫта алдаша белеүең миңә оҡшай, шуға һине үҙемдең фирмаға эшкә алырға булдым.
* * *
Мебель салонындағы өгөтләмә:
"Әгәр ҙә боронғо затлы мебель алырға аҡсағыҙ етмәһә, замансаһын кредитҡа алығыҙ. Бурысы­ғыҙҙы түләп бөткәнсе, ул мотлаҡ боронғо һәм затлыға әйләнәсәк".

* * *
Пассажир ашыға-ашыға автобусҡа һикереп инә һәм бағаналағы сәғәткә күҙ ташлай: 8 сәғәт 15 минут. Киләһе туҡталышта ул икенсе сәғәттең 8 сәғәт 5 минутты күрһәтеүен шәйләй.
− Уф, шулай булыр тип уйлағайным да, − ти ул. − Ашығып, кире яҡҡа барған автобусҡа ултырғанмын да­һа!..
* * *
− Мин һиңә был айҙа бурысымды түләй алмаясаҡмын.
− Бәй, теге айҙа ла шулай тигәйнең, унан алдағыһында ла.
− Ә ниңә, һүҙемдә торманыммы ни?
* * *
− Машинағыҙҙы кем урла­ғанын беләм тиһегеҙ инде?
− Эйе, әммә ул ҡараҡты ҡулға алырға ашыҡмаһағыҙ икән, иптәш майор, машинаны буяғанын көтәйек...
* * *
− Ниңә шулай һөмһөрөң ҡойолдо әле?
− Йөрөгән ҡыҙымды кейәүгә бирҙеләр.
− Кемгә?
− Кемгә булһын − миңә!
* * *
Урамдағы малай янына халыҡ йыйылған. Баҡһаң, ул тимер аҡса йотҡан да, нишләргә икәнен берәү ҙә белмәй икән. Шул саҡ бер ир малай­ҙы баштүбән тотоп күтәргән дә, һелкә башлаған. Аҡса тәгәрәп килеп төшкән.
− Һеҙ табипмы әллә? − тип ҡыҙыҡһынған кемдер.
− Юҡ, мин − һалым инспекторы, − тигән теге. − Тағы ҡайһығыҙ аҡса йәшерҙе?..

Р. МӘЙМҮНОВ йыйҙы.


Әйттем иһә ҡайттым

Йыраҡтан тороп ҡыҙғанма, яҡындан тороп ҡайғырт.
Мең көн күләгә булғансы, бер көн кеше була бел.
Яңылышлыҡ эшләү − ғәйеп, ғәйеп танымау − енәйәт.
Бер көтөү ҡурҡаҡ бер батыр­ҙан көсһөҙ.
Бер йылға − үлән сәс, ун йылға − ағас ултырт, йөҙ йылға − кеше үҫтер.
Тимерҙе тутыҡ кимерә, кешене − көнсөллөк.
ҡамсы тәнде яралай, ә һүҙ һөйәк һындыра.
Тамам кибеп ҡороһа ла, нарат һыуға эйелмәй, һыуға батып торһалар ҙа, талдар үргә үрелмәй.
Көн буйы тик тороу − ике көн артҡа атлау ул.
Тура ағасты иртә киҫәләр.

ҒӘЖӘЙЕП КҮРЕНЕШ
Өй алдында таҡталарҙан әтмәлләп ҡуйылған өҫтәл эргәһендәге эскәмйәлә уйланып ултыра инем, яныма бер әҙәм килеп ултырҙы. Алама кейемдә, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан. Берәҙәк. Килеп ултырҙы ла, көтөлмәгән һорау бирҙе:
− Экстрасенсорика, эзотерика, магия, оккультизм, парапсихология менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?
− Юҡ, − тинем. Шунан был кеше миңә бик оҙаҡ магия тураһында лекция һөйләне. Әйтергә кәрәк, ҡыҙыҡлы һөйләне. Эрудициялы кеше икән. Тик һөйләгәндәренә ышаныу ауыр. Имеш, магтар барыһын да булдыра. Осоп йөрөй ала, ауыр әйберҙәрҙе уйы менән күтәрә ала, хатта магия көсө менән төрлө нәмәләрҙе юҡтан – бар, барҙан юҡ итә! Әкиәт! Етмәһә, маг киләсәкте лә, үткәндәрҙе лә әйтеп бирә ала, имеш...
− Быныһы инде бөтөнләй мөмкин түгел, − тинем. − Киләсәкте бер кеше лә бер нисек тә белә алмай.
− Киләсәгегеҙҙе әйтәйемме? − тип һораны ул.
− Булмағанды! − тип йылмайҙым мин.
Ул биш минутлап кеҫәләрен аҡтарҙы. Бөтәһен дә тикшереп сыҡҡас, ғәйепле тауыш менән:
− Магик шарымды онотоп ҡалдырғанмын икән, – тине.
− Шар менән дә, унһыҙ ҙа бер нимә күрһәтә алмайһығыҙ.
− Магия − иң тылсымлы фән, − тип дауам итте ул, минең һүҙҙе ишетмәгәндәй. − Ике буш шешә аша ла ғәжәйеп күренеш күҙәтеп була. Араҡы шешәләрен төптәре менән терәйһең һәм бөттө-китте. Шешә ауыҙынан ҡараһаң, ғәжәйеп күренеш асыла.
− Мин тиле кешегә оҡшағанмы ни? − тип һораным мин тегенән. − Юҡ-бар һөйләйһегеҙ.
Ул, шешә алып, өҫтәлгә ҡуйҙы ла, йәнә пакетын аҡтара башланы. Ниһайәт, ватыҡ шешә башы тартып сығарҙы ла, аяныслы тауыш менән:
− Ғәжәйеп күренеште күрһәтеп булмай һеҙгә. Бер шешәм ватылған икән, − тине. Был авантюристы фаш итергә кәрәк, тип уйлайым.
− Хәҙер бер шешә лимонад алып киләм.
− Лимонад шешәһе магик тәжрибәләр өсөн ярамай, − ти был.
− Араҡы алам! − тинем мин, ҡыҙып китеп. Араҡы алып килдем дә:
− Түкһәң, әрәм була. Эсәйек башта, − тип тәҡдим яһаным.
− Һеҙ бит ғәжәйеп күренеш күрергә теләйһегеҙ, һеҙҙең баш саф булырға тейеш, − ти был. Араҡы шешәһен минән тартып алды ла, тын да алмай ауыҙынан эсеп бөтөрҙө. Йөҙөн дә һытманы. Унан, ике шешәнең төбөн төпкә терәп, миңә һуҙҙы ла:
− ҡарағыҙ хәҙер ғәжәйеп күренеште! − тине.
− Зәңгәр таптарҙан башҡа бер ниндәй ғәжәйеп күренеш күренмәй, − тинем мин тантаналы тауыш менән өс минутлап ҡарап торғандан һуң. − Магия буш нәмә икәне асыҡ хәҙер! Хурға ҡалдығыҙмы?!. Хи-хи-хи!..
− Ә һеҙ ихлас күңелдән, иғтибарлап, ашыҡмайынса ҡарағыҙ, – тине теге. Мин йәнә шешә төбөнә төбәлдем. Бер ун минутлап ҡарап торғанмындыр.
− Бер нәмә лә күренмәй! − тинем мин асыулы тауыш менән. Әммә тылсымлы танышым мине ишетмәне. Унан елдәр иҫкәйне инде. Бәй, бәй, барҙан юҡ булды лаһа был! Ғәжәйеп күренеш! Ысынлап та, магия буш нәмә түгел, ахырыһы.

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек»кә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

27.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!


Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!

31.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!


Миллион да отор ине!

11.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Миллион да отор ине!


Бүләкте тапшырҙыҡ!

02.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләкте тапшырҙыҡ!


Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

Ашығығыҙ!

24.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Ашығығыҙ!


26 майға тиклем "Йәшлек"кә яҙыл! Юғиһә...

Льготалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

19.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Туҡһанда ла –  «Йәшлек» менән!

17.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!


Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!

08.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!


Зиләгә бүләк – сәйнүк

07.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Зиләгә бүләк – сәйнүк


Иң өлгөрҙәргә –  «Йәшлек» бүләге

28.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге


«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!

22.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу «Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!


Яҙылырға яйын табайыҡ!

16.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылырға яйын табайыҡ!


“Гәзит  –  күңел йыуанысы”

10.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу “Гәзит – күңел йыуанысы”


Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!