30.11.2012 Илсур Тайсин ни өсөн «Йәшлек» гәзитен рекламалай?
Башҡортостандың талантлы пародисы Илсур Тайсин күптән түгел «Юлдаш» радиоһында барған «Аулаҡ» тапшырыуында юморға арналған әңгәмәлә ҡатнашҡан. Алып барыусыларҙың һорауына дөрөҫ яуап биргән радио тыңлаусыға артист «Йәшлек»кә ярты йыллыҡ яҙылыу бүләк иткән! Ул бәхетленең исеме − Розалия Моратова, Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылынан.
– Розалия апай бик тә гәзит уҡырға яратҡан кеше булып сыҡты. «Илсур туғаным, мин бит «Йәшлек»кә күптән инде яҙылып ҡуйғанмын!» – тигәс, аптырап ҡалдым. Ярай, быныһын берәйһенә бүләк итермен, тип йыуатты ул мине, – ти Илсур Тайсин.
– Әртистәр тамашасыларына бүләк яһаһа, диск-маҙар, саҡырыу билеты кеүегерәк әйбер бирә. Ә һин ни өсөн «Йәшлек»те һайланың? – тип һораныҡ йырсынан.
– Уға һис тә аптырарға ярамай, сөнки хәт-тәр шәп гәзит бит ул! Тапшырыу алдынан кәләшем менән кәңәшләштек тә, радиоеңеүсегә «Йәшлек»тән дә лайыҡлы бүләк булмаҫ, тигән фекергә килдек.
Электән үк был баҫманы яратам, алдырам, һәр ваҡыт барлыҡ таныш-тоноштарыма, таныш булмағандарға ла тәҡдим итәм. Йәнең теләгән темаға мәҡәлә табып уҡырға һәм рухи һыуһынды ҡандырырға мөмкин! «Йәшлек» менән бергә булдым һәм бергә ҡаласаҡмын! – тип яуапланы тоғро дуҫыбыҙ.