RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер-беребеҙгә ҡул һуҙайыҡ

17.12.2011 Бер-беребеҙгә ҡул һуҙайыҡ

Бер ваҡыт әтәс ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән. Осоп сығырға көсө етеңкерәмәгән һәм, ярайһы ғына ҡысҡырып, ярҙамға саҡырған. Хужаһы ишетеп килеп сыҡҡан да, ҡошто ҡотҡарыу мөмкин түгеллеген күреп, уйға ҡалған. «Был әтәсем ҡартайып та киткәйне инде, ҡоҙоҡтоң да һыуы кәмеп бара. Әллә бер юлы ике ҡуянды тоторға − иҫке ҡоҙоғомдо күмергә лә яңыны ҡаҙырға, ҡарт әтәсемдән дә ҡотолоп, йәшерәген алырға инде?»
Ошо эште башҡарырға тип, хужа күршеләрен дә саҡыра. Әтәстең һаман яр һалыуына ҡарамай, әйҙә ҡоҙоҡҡа тупраҡ ташлай башлайҙар. Бер аҙҙан меҫкен ҡош шыма. Тегеләр ҡоҙоҡҡа ҡараһа, ни күрә?! Һәр ташланған тупраҡты өҫтөнән ҡағып төшөрөп, аяҡ аҫтына тапап барған бит ҡош! Һөҙөмтәлә, имен ҡалып, килеп тә сыҡҡан. Һәм... хужаһын бүтән таңда сағыу тауышы менән ҡыуандырмаған, ташлап, икенсе хужаға сыҡҡан да киткән. ҡыйыу әтәсте ҡабул итеүселәр табылған.
Бына шулай, тормош өҫтөбөҙгә ниндәй генә ауырлыҡ ташламаһын, уны һелкеп төшөрөргә мөмкин. Йәшәргә, бар булырға, тигән маҡсат тап шулай эшләтә. Быны нимәгә иҫкә төшөрҙөк, тиһегеҙме? Үҙебеҙҙе, йәғни баҫмабыҙҙы шул әтәс хәлендә күҙ алдына килтерелдесе. Заман талабымы, әллә милләттәштәрҙең моңһоҙлоғомо − бөгөнгө гәзитебеҙҙе уҡыусылар һаны беҙ теләгәнсә түгел. Ә бит гәзиттең ҡыйыулығын, кәрәкле материалдар биреүен таныусылар бихисап. Баҫманы алдырмай, уҡырлыҡ нәмә юҡ, тип, йә телевизорға һылтаныусылар өҫкә тупраҡ ташлаусылар менән бер иш кеүек. Һанаулы ғына башҡорт гәзиттәренән «Йәшлек» үҙенә хас тауыш менән айырылып та тора. Һай, афариндар, һеҙһеҙ йәшәй алмайбыҙ, тигәнде лә йыш ишетәбеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, беҙҙә үрҙәге риүәйәттәге әтәс кеүек тупраҡты тапап өҫкә ҡалҡып сығырлыҡ көс тә, һәләт тә бар. Шулай ҙа ҡул һуҙып тартып алыусылар булһа, ҡалай яҡшы булыр ине.
Әйткәндәй, дежур телефоныбыҙ уғата танылып китте, уға хатта беҙҙе яҙҙырып уҡымаусылар ҙа ярҙам, кәңәш һорап шылтырата. Артабан иң тәү сиратта иғтибарыбыҙҙы уҡыусыларыбыҙға йүнәлтербеҙ, моғайын. Заман еңел түгел, ярҙамға − ярҙам, битарафҡа − битараф, милләттәштәр.
Подписка тамамланырға һанаулы көндәр ҡалды, почта бүлексәһенә ашығығыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!










Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек»кә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

27.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!


Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!

31.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!


Миллион да отор ине!

11.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Миллион да отор ине!


Бүләкте тапшырҙыҡ!

02.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләкте тапшырҙыҡ!


Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

Ашығығыҙ!

24.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Ашығығыҙ!


26 майға тиклем "Йәшлек"кә яҙыл! Юғиһә...

Льготалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

19.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Туҡһанда ла –  «Йәшлек» менән!

17.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!


Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!

08.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!


Зиләгә бүләк – сәйнүк

07.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Зиләгә бүләк – сәйнүк


Иң өлгөрҙәргә –  «Йәшлек» бүләге

28.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге


«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!

22.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу «Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!


Яҙылырға яйын табайыҡ!

16.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылырға яйын табайыҡ!


“Гәзит  –  күңел йыуанысы”

10.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу “Гәзит – күңел йыуанысы”


Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!