18.10.2011 «Йәшлек»тең хаҡы арзан, яҙылып ҡуйығыҙ алдан!
35 һум 22 тин бүләк итә Рәсәй почтаһы «Йәшлек» менән берлектә 23 октябргә тиклем гәзиткә яҙылыусыларға. Йәғни тап ошо көнгә тиклем «Йәшлек»кә яҙылғанда ла 10 процент ташлама буласаҡ. Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаһағыҙ ине. Шулай уҡ туғандарығыҙға, таныштарығыҙға, «Йәшлек» гәзитен яҙҙырып, ҙур бүләк эшләй алаһығыҙ түгелме? Һәр хәлдә, бөгөн-иртәгә боҙоласаҡ ҡытай тауары менән сағыштырғанда «Йәшлек» гәзите ярты йыл буйына һеҙҙең мәнфәғәтегеҙгә хеҙмәт итер, матур бүләк булыр.
Гәзитебеҙ ошо ун көн дауамында үҙ уҡыусыларының, 316 һум 50 тин аҡсаһын алып, почта бүлексәһенә барып, киләһе йылдың беренсе алты айына яҙылыуҙарына ышана (индексы − 80148, шишәмбе, йома сыға).
Шулай уҡ һеҙҙең өсөн йома һанын ғына алдырып уҡыу мөмкинлеген дә булдырҙыҡ. Уныһына яҙылыу өсөн 264 һум 72 тинегеҙ ҙә етә. Индексы − 16144.
«Йәшлек» менән дуҫ булыу ул − дәртле йәшлектә ҡалыу, ти күп кенә дуҫтарыбыҙ.
Бергә булдыҡ, бергә артайыҡ!