RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Гәзит беҙгә һауа кеүек кәрәк

23.08.2011 Гәзит беҙгә һауа кеүек кәрәк

Көтөп алған «Йәшлек» гәзите рухи ихтыяжымды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә
Һүҙҙе шунан башлайым әле. Йәштәр баҫмаһында кроссвордҡа дөрөҫ яуап тапҡаным өсөн «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов миңә ҙур бүләк ебәргән. Бүләк кенә түгел ул, аңлаған кешегә оло хазина – беҙ үҫкәндә «халыҡ дошманы, «Тыуған илен һатҡан» тип йөрөтөлгән Зәки Вәлиди тураһындағы фильм. Ғорурланыр кешебеҙ була тороп, беҙ уның тураһында икенсерәк фекерҙә булғанбыҙ. Ә бына фильм күңелдә мәңге онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Икенсе ҙур бүләк – тарихи китаптар. Шулай итеп, шәхси китапханама бай йөкмәткеле китаптар өҫтәлде. Автографлы «күңел йылыһы»н тойоп, рәхмәт уҡып, шатланып ултырам.
«Йәшлек» гәзитен социаль мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, «әсәлек капиталы» һәм уны файҙаланыу тураһында «тура бәйләнеш» хаҡында мәғлүмәт баҫылып сыҡҡас та, күршемде унда бәйләнешкә инергә саҡырҙым. Күптән һалына башлаған йорттарын төҙөп бөтөргә аҡсалары етмәй ине. Бәйләнешкә инеп, консультация алып, капиталды кредитҡа яраҡлаштырып, әлеге көндә йорттарын төҙөйҙәр.
Гәзиттә һәр кемдең үҙенә генә оҡшаған хәбәрселәре барҙыр. Үҙемә Марсель ҡотлоғәлләмовтың яҙмалары оҡшай. Ул тап мин уйлағанса яҙа ла ҡуя. Ә бына Баныу ҡаһарманованың мәҡәләләрен тыныс ҡына уҡый алмайым. ҡайһы саҡта күҙ йәштәренә лә ирек биреп алам, журналистың яҙғандарын тулҡынланып уҡыйым. Йәш кенә булһа ла, ул тормоштоң бөтә ҡатмарлыҡтарын аңлап, ябай халыҡтың мәнфәғәтен яҡлап, тәрән фекерле итеп яҙа белә. Уның эшен хуплап, юғары баһалап: «Афарин!» – тип, аҙна буйы ҡанатланып, шатланып йөрөйөм. Артабан да шундай мәҡәләләр баҫтырып сығарыуыңды теләйем, уңыштар юлдаш булһын!
Гәзиттә баҫылған бөтә материалдар ҙа кәрәкле һәм мөһим. Бына таҡмаҡтар конкурсын ғына алайыҡ. Замана күренештәре, халыҡтың көнкүреше, йәшәйеше, көрсөк, инфляция, эшһеҙлек – барыһы ла шул таҡмаҡтар­ҙа сағылды. Уларҙы уҡып, оло кинәнес алдыҡ. Әлеге көндә кешеләрҙе күберәк иҡтисади темалар ҡыҙыҡһындыра. Йәшәү рәүеше, мөмкинлегенә беребеҙ ҙә битараф түгел бит. Шуға күрә был тема йәштәр баҫмаһында даими яҡтыртылырға тейеш. Гәзит беҙгә һауа, һәр көн ашаған ризыҡ кеүек кәрәк.
Кроссвордтарҙы ғына ла сисеп, икенсе уйҙарға бирелеп, ауырыу, ҡартлыҡ тураһында онотоп китәһең, йәшлек дәрте өҫтәлә, йәшәү дәрте уяна.
Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, яңы үрҙәр-бейеклектәр, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйем, «Йәшлек»тәр!

Мәрйәм ВӘЛИТОВА.
Нуриман районы,
Яңы Күл ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек»кә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

27.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!


Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!

31.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!


Миллион да отор ине!

11.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Миллион да отор ине!


Бүләкте тапшырҙыҡ!

02.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләкте тапшырҙыҡ!


Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

Ашығығыҙ!

24.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Ашығығыҙ!


26 майға тиклем "Йәшлек"кә яҙыл! Юғиһә...

Льготалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

19.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Туҡһанда ла –  «Йәшлек» менән!

17.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!


Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!

08.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!


Зиләгә бүләк – сәйнүк

07.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Зиләгә бүләк – сәйнүк


Иң өлгөрҙәргә –  «Йәшлек» бүләге

28.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге


«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!

22.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу «Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!


Яҙылырға яйын табайыҡ!

16.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылырға яйын табайыҡ!


“Гәзит  –  күңел йыуанысы”

10.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу “Гәзит – күңел йыуанысы”


Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!