26.03.2011 Йәштәр гәзит уҡымай, тиһәләр ҙә...
Йәштәрҙең гәзит-журнал уҡымауы, балаларҙың әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынмауы, ә бар ваҡыттарын телевизор һәм компьютер артында ғына уҙғарыуы бөгөн күптәрҙе борсоуға һалған проблемаларҙың береһенә әүерелде. Китап, ваҡытлы матбуғат аша барлыҡ һорауҙарға яуап табырға өйрәнгән, зиһенен байытҡан, әхлаҡи тәрбиә алған быуын, әлбиттә, китап уҡымаған йәштәрҙең киләсәген күҙ алдына килтерә алмай. Шулай ҙа бөтә йәштәрҙе лә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Улар араһында ла бар китап ене ҡағылғандар һәм балалар һәм йәштәр баҫмаһын даими алдырып уҡып барыусылар. Быны гәзит-журналдарға яҙылыу барышында гәзитебеҙҙә ойошторолоп килгән «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» конкурсының һөҙөмтәләре лә күрһәтә.
Быйыл да ул уҡыусылар араһында бик әүҙем, рухлы, республикабыҙҙың лайыҡлы киләсәге булырҙай ҡыҙҙар һәм егеттәр табырға ярҙам итте. Мәҫәлән, яҙылыу кампанияһы башланыр-башланмаҫ, Әбйәлил районының Ишҡол мәктәбенән 9-сы синыф уҡыусылары – барлығы 17 кеше, гәзиткә яҙылып, квитанцияларының күсермәһен редакцияға ебәреп тә өлгөрҙө. Ғөмүмән, уҡыусылар араһында «Йәшлек»кә иң әүҙем яҙылыусылар һәр ваҡытта ла Әбйәлил районынан була. Афарин!
Шулай уҡ Дүртөйлө ҡалаһындағы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының 10-сы синыф уҡыусылары ла «Йәшлек»кә күмәкләп яҙылды.
«Беҙ «Йәшлек» гәзитен көтөп алып, яратып уҡыйбыҙ. Гимназиябыҙҙа был баҫмаға бик күп уҡыусылар тотош синыф менән яҙыла. Гәзит ойошторған конкурстарҙа ла теләп ҡатнашабыҙ. Беҙҙең синыфта барлығы 25 уҡыусы белем ала. Уҙған йылда бергәләп гәзиткә яҙылып, «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» конкурсында еңеүселәр рәтенә ингәс, беҙҙә редакция хеҙмәткәрҙәре менән бик күркәм һәм фәһемле осрашыу үтте. Иҫтәлекле бүләктәр ҙә алдыҡ. Ошо көндән алып ике аралағы дуҫлыҡ тағы ла нығыны. Быйыл да яратып уҡыған баҫмабыҙҙан айырылмаҫҡа булдыҡ», – тип яҙа беҙгә Дүртөйлө ҡалаһындағы Назар Нәжми исемендәге гимназияның 10-сы синыф уҡыусылары.
Республика иҡтисад лицейынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Йомағоловаға ла ҙур рәхмәтлебеҙ. Тап уның тырышлығы менән бөгөн лицейҙың 57 уҡыусыһы «Йәшлек» гәзитен алдырып уҡый. Бына шундай рухлы, үҙҙәрендәге ялҡынды уҡыусыларына ла бирә алыусы уҡытыусылар булғанда, милли матбуғатыбыҙҙы алдырыусылар һәм таратыусылар ҙа күбәйер.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.