31.07.2019 Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!
«Аҙна һайын – бүләк» уйынында Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылынан Нурия АСҠАРОВА электр ит үткәргесе отто.
«Бүләгегеҙгә эй һөйөндөм инде. Электр ит үткәргесем юҡ ине. Ҡайһылай йәтеш булды әле, – тип ҡыуанып килеп инде ул редакцияға. – Ошоғаса бер ҡайҙан да ҙур бүләк отҡаным булманы. Бына бит миңә лә бәхет йылмайҙы».
Нурия апай гәзитебеҙҙе күптән алдырып уҡый. Уға айырыуса «Сәләмәтлек», «Иман» махсус сығарылыштары, хикәйәләр, шиғырҙар оҡшай. Ейәндәре балалар битен ярата. Күҙҙәре күрмәгән ололарға ла гәзитебеҙҙә яҙылғандарҙы уҡып сыға. «Йәшлек»тә йышыраҡ дини темаларға мәҡәләләрҙе, яңы сыҡҡан йырҙарҙың һүҙҙәрен күрергә теләй.
Нурия Ғәйнетдин ҡыҙы 30 йылдан ашыу «Ашҡаҙар» колхозында һауынсы булып эшләгән. Дүрт бала әсәһе, әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша – «Ағинәйҙәр» клубының әүҙем ағзаһы, «Әхирәттәр» ансамблендә йырлай, халыҡ театрында уйнай. Хатта мәсеткә йөрөп, ғәрәпсә уҡырға өйрәнергә лә ваҡыт тапҡан.
Әйткәндәй, аллағыуаттар беҙҙә гелән приз ота. Был ауылдың даланы бар, ахыры…