10.04.2019 “Гәзит – күңел йыуанысы”
Ниһайәт, “Аҙна һайын – бүләк” лото уйынында төп призды – велосипедты отҡан Салауат районының Әлкә ауылынан Ләлә менән Рәйес Кәримовтарға вәғәҙә иткән бүләкте тапшырып ҡайттыҡ.
Отош уйындарында йыш уйнамаһалар ҙа, даланлы кешеләр булып сыҡты улар.
“Йәшлек”кә бер йыл да яҙылмай ҡалмаһам да, уйындарында ҡатнашҡаным юҡ ине. Быйыл тәүәккәлләп ҡатнашырға булдым. Тәүҙә “Йүрүҙән” район гәзите ойошторған уйынға квитанциямды ебәрҙем. Улар төп призды мәҙәниәт һарайында уйнатты. Сәпит тә, башҡа бүләк тә эләкмәне. Шунан, сәмләнеп: “Бәй, “Йәшлек” тә велосипед уйната. Барыбер отам!” – тип һеҙгә квитанциямды ебәрҙем. Әйткәнем фәрештәнең “Амин” тигән сағына тура килде!” – тип нисек “Аҙна һайын – бүләк” уйынында отоуы тураһында һөйләй Ләлә Аҡшур ҡыҙы.
– Велосипедты ейәндәрегеҙгә бүләк итәһегеҙме?
– Рәйес ағайығыҙ үҙе йөрөйәсәк. Магазинға барырға, йомош-фәләнгә йөрөргә үҙебеҙгә лә бик яйлы булды әле, – тип ҡыуана улар.
– “Йәшлек”те рәхәтләнеп, тәүге битенән һуңынаса уҡыйбыҙ. Унда яңылыҡтар ҙа, өлгө булырҙай кешеләр тураһындағы һүрәтләмәләр ҙә, көндәлек тормошта кәрәкле файҙалы кәңәштәр ҙә бар. Шиғыр-хикәйәләрҙе ҡабат-ҡабат уҡып сығабыҙ. Мин хатта үҙемә оҡшаған шиғырҙарҙы ятлап алып, ауылда концерт ҡуйғанда сәхнәгә сығып та һөйләйем әле. “Сәләмәтлек” махсус битен айырым бер папкаға йыйып барам. Ундағы халыҡ медицинаһы буйынса дауаланыу кәңәштәрен ҡулланабыҙ. Файҙаһы тейә. Әллә күпме изге эш башҡараһығыҙ бит. Башҡа ҡайҙан уҡып беләһең әле, – тип баҫмабыҙға юғары баһа бирҙе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары.
Кәримовтар күршеләренә, ҡыҙҙарына, Ләлә апайҙың бер туған һеңлеһенә лә гәзитте уҡырға биреп тора икән.
“Йәшлек”тең төп бүләге ғүмер буйына баҫмабыҙға тоғро, ихлас, алсаҡ, ауылдаштары араһында фиҙакәр хеҙмәте менән абруй яулаған, ауылдың хөрмәтле ғаиләһенә эләгеүенә беҙ ҙә ысын күңелдән һөйөндөк. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, улар әле лә гөрләтеп донъя көтә: мал-тыуар ҡарай, ҡош-ҡорт, баҡса үҫтерә.
Рәйес Тимербулат улы 40 йылдан ашыу водитель булып эшләгән. Уны бөгөн дә һәр саҡ техникаһын тәртиптә тотҡан, тынғыһыҙ һәм ауылдаштарына ярҙамсыл тип беләләр. Ләлә апай колхозда бухгалтер, һуңынан ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы була. Хаҡлы ялға киткәнсе Әлкә ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Әле лә ул ауылдың йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй, Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе. Бер сара ла был әүҙем апайҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Район кимәлендәге сараларҙа ла ҡатнашырға ваҡыт таба. Элекке етәксенең ойоштороу эше лә килеп сыға, һәр кемгә һүҙе лә үтә. Рәйес ағай менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ейән-ейәнсәрҙәрен хәстәрләп, балаларына ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп йәшәп ятыуҙары.
– Бүләгегеҙгә бик ҡыуандыҡ. Өҫтәүенә, беҙҙе, ололарҙы, ҙурлап, йортобоҙға тиклем үк килтереп бирҙегеҙ. Гәзитегеҙ – беҙгә күңел йыуанысы. Унһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Һәр һанын йөкмәткеле итеп сығарыуығыҙҙы, тиражығыҙҙың артыуын теләйбеҙ. Именлектә эшләгеҙ”, – тип хушлашты беҙҙең менән тоғро дуҫтарыбыҙ.