07.02.2019 Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан
Беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙҙо матбуғатһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Интернет селтәрҙәре, телефон бәйләнеше – бер, ә бына гәзит-журналды ҡулға тотоп уҡыу – икенсе нәмә. Мин үҙемде белгәндән алып матбуғат тигән серле төшөнсә әйләнә-тирәмә, туған мәктәбемә, ауылдаштарыма, ғөмүмән, кешегә башҡасараҡ күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте. Ысынлап та, теге йәки был шәхес, күренеш тураһында гәзиттә яҙыла икән, тимәк, был кешелә иғтибарҙы йәлеп итерҙәй ниндәйҙер сифат йәиһә бер матур ғәҙәт бар тигән һүҙ.
Ул осорҙа почта таратыусылар, ҙур-ҙур сумкаларын йөкмәп, аҙнаһына өс тапҡыр ауылдың бер осонан икенсеһенә ҡәҙәр йөрөп сыға торғайны. Бөгөнгөләй күҙ алдымда: гәзит таратыу мәле етһә, атайым да ҡапҡа тышына сығып баҫыр һәм уларҙың килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алыр ине. Был ваҡытта инде ул фермалағы эшен теүәлләп, кәртә-ҡуралағы малдарын ҡарап өлгөргән була. Ғәҙәттә, гәзит төшкө сәғәт 2 – 3 тирәһендә таратыла. Был инде атайыма донъя яңылыҡтары менән танышып, аҙ-маҙ бил яҙып алыу өсөн форсат сыҡты тигән һүҙ. Был форсаттан әсәйемә лә өлөш сыға. Уҡығандарын уға ла һөйләй, үҫә-килә беҙгә, ҡыҙҙарына ла, аңлатыр булды. Күп нәмәне беҙ атайымдан һорашып белә торғайныҡ. «Их, атай, нишләп уҡытыусы ғына булманың инде? Һинән бына тигән журналист йә тарихсы сығыр ине», – тиһәк, – «беҙгә уҡыу эләкмәне шул, мәктәптең ҡәҙерен белегеҙ, – тип яуаплар ине бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән ғәзиз кешебеҙ. – Ошо яланғас ҡулдар менән баҫыуҙа билсән утар, үгеҙ егеп колхоз ҡырҙарында ер һөрөр инек», – тип ауыл хужалығының төрлө һөнәренә өйрәткән ауылдаштарын ололап телгә алыр ине.
Гәзит-журналдарға яҙылыу осоро ла матур бер хәтирә булып күңел түрендә һаҡлана. Колхоз-совхоздар нисек гөрләп эшләгән булһа, матбуғатҡа яҙылыу мәлендә иһә почтальондарға ла эш күбәйә. Улар өй беренсә йөрөп, гәзит-журналдарға яҙҙыра башлай. Атайым иһә беҙгә ниндәй баҫмалар кәрәклеген алдан хәстәрләп ҡуя. «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел», «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә»), «Пионер» («Аманат»), «Һәнәк», «Осҡон», «Башҡортостан» гәзиттәре беҙҙең иң яратып уҡыған баҫмаларыбыҙ булды. Атайым иһә «Сельская жизнь» гәзитенән бер ҡасан да айырылманы. Хаҡлы ялға сыҡҡас инде, «Йәшлек» уның яратып уҡыған баҫмаларының береһенә әйләнде. Әле иҫән булһа, ул «Киске Өфө»нө лә алдырып, ундағы яҙылғандар тураһында беҙгә лә, ейәндәренә лә һөйләп ултырыр ине, моғайын.
Тормоштоң йәмен, йәшәүҙең ҡәҙерен белергә өйрәткән атайыбыҙҙың был яҡты донъяларҙан китеүенә лә быйыл дүрт йыл тула. Уның яратып уҡыған баҫмаларының байтағы хәҙер тыуған йортобоҙҙа урын алған. Ә инде уның Тыуған ил, Ватан тип йән атҡан баҫыуҙарында көслө машиналар урып-һуғыу эштәрен башҡара, ер һөрә йәки уңыш мул булһын өсөн ҡарҙан бейек-бейек тауҙар өйә. Былар барыһы ла киләсәк өсөн, еребеҙ мәңге йәшәһен өсөн эшләнә. «Икмәк булһа, йыр ҙа була», – тип юҡҡа ғына әйтмәй бит халҡыбыҙ. Ә йыр булһа, йәшәү ҙә күңеллерәк. Ошондай матурлыҡтан йәм табып йәшәгән атай-олатайҙарыбыҙҙың данлы эштәре һәр саҡ гәзит биттәрендә урын алған.
Ундайҙарҙы Ватан бер ваҡытта ла онотмай. Ил батырҙары һуғыш яландарында Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн аяуһыҙ көрәш алып барғанда, тыл батырҙары колхоз баҫыуҙарында һәр ҡарыш ерҙә иген гөрләп үҫһен өсөн тырышҡандар бит. «Тап ана шул беҙҙе йәшәргә, сабыр булырға өйрәтте», – тигәйне бер мәл беҙгә атайым. Эйе, тыуған тупраҡтан көс-дәрт алып, киләсәк өсөн арымай-талмай хеҙмәт итеп йәшәгән оло быуындың беҙгә әйтергә теләгән изге теләге был.