26.12.2018 Афарин, Нурсилә апай!
Нурсилә апай кеүек үҙ эшен бирелеп башҡарған почтальондар булғанда, гәзитебеҙгә яҙылыусылар ҙа күп булыр.
“Мин Ишембай районының Маҡар ауылында почтальон булып эшләйем. Быйыл пенсияға сыҡһам да, эшемде ташларға йыйынмайым. Һөнәремде яратам, һәр бер өйгә инеп, кешеләрҙе гәзит- журналдарға яҙҙырам. Ауылыбыҙ ҙур. Тышта ямғыр яуып торһа ла, ҡыш көндәре буран ҡоторһа ла, гәзит- журналдарҙы таратырға кәрәк.
Матбуғатҡа яҙҙырыу буйынса ла, тауар һатыу буйынса ла планды үтәп киләм. Ауыл халҡының холоҡ- фиғелен өйрәнеп бөткәнмен. Кемдер беренселәрҙән булып алдан яҙыла, икенсе берәүҙәр ун көнлөк ташлама яһалған ваҡытты көтә, өсөнсөләр өс айға ғына яҙылып тороуҙы хуп күрә. Шуға һөйөнәм: халыҡ рухи аҙыҡты өҫтөн күрә, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына теләп яҙыла. “ Йәшлек”кә уҡыусыларының тағы ла артыуын теләйем",
- тип яҙған ул беҙгә хатында.