13.12.2018 Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?
Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылынан Сәриә Сөләймәнова үҙенең яратҡан баҫмаһына яҙылырға өндәй.
Йәшлек кире ҡайтмаһа ла,
Күңел ҡартаймай әле.
Ҡартайғанда «Йәшлек» уҡып
Йәшлеккә ҡайтам әле.
Почтальон «Йәшлек» тарата
Аҙнаға бер булһа ла.
Күңел күтәрелә шул саҡ
Ҡартлыҡ яҡын булһа ла.
Ҡартлыҡ- шатлыҡ түгел, тейҙәр
Ниңә шатлыҡ булмаһын?
Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә
Күңелдәр буш тормаһын!