28.12.2010 Ҡәҙерле дуҫ!
«Йәшлек»кә яҙылырға өлгөрмәнем, тип ҡайғырма – яратҡан баҫмаңа 2011 йылдың 12 ғинуарына тиклем яҙылырға мөмкин
Эйе, эйе. Беҙҙең халыҡтың бөтә мөһим эштәрҙе лә иң аҙаҡҡа ҡалдырып, ҡайһы саҡта уларҙы үтәргә ваҡыты етмәгәнен иҫәпкә алып, Рәсәй почтаһы менән килешеү нигеҙендә тап һинең өсөн «Йәшлек» гәзитенә киләһе йылдың тәүге яртыһына яҙылыу ваҡыты оҙайтылды. Әгәр төрлө сәбәптәр арҡаһында «Йәшлек»һеҙ ҡалыусы булһа, ошо ваҡыт арауығында уға үҙегеҙҙең почта бүлексәһендә квитанция тултырырға ашығығыҙ. Шулай уҡ яҡын туғандарығыҙға, дуҫ-иштәрегеҙгә Яңы йыл хөрмәтенән конвертҡа һалып квитанция тотторһағыҙ, быныһы инде тап халҡыбыҙҙың матур йолаһын үтәйһегеҙ тигән һүҙ. Ихтирам иткән кешеләрегеҙгә күстәнәс кәнфит-маҙарға матур бүләк ҡушып, рухи аҙыҡты ла тәҡдим итеү бик шәп буласаҡ, беҙҙеңсә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: «Йәшлек»кә хәҙер ике индекс буйынса яҙылырға була. Гәзит өйөгөҙгә аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә килһен тиһәгеҙ – 80148 индексы (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 371 һум 22 тин) буйынса, шәмбе һанын ғына алдырып уҡырға теләһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 302 һум 16 тин) 16414 индексы буйынса яҙылырға кәрәк.
Яңы йылда бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ниәтләгән изге эштәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Киләһе йылда ла бергә булайыҡ!