RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йәшлек» эликсиры

28.12.2010 «Йәшлек» эликсиры

Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡаҙмаш ауылы аша үткән юлға «Йәшлек»кә ҙур реклама баннеры элеп ҡуйҙы
«Йәшлек» эликсирыӘбйәлил районының ҡаҙмаш ауылы янынан үткән һәр кемде бик матур, аллы-гөллө сәскәләр менән биҙәлгән бер баннер сәләмләй. Матурлығынан бигерәк йөкмәткеһе беҙҙең өсөн айырыуса ҡиммәтле. Сөнки унда бәхәскә, шикләнергә урын ҡалдырмаҫлыҡ ҙур хәрефтәр менән «Йәшлек» – хәтәр шәп гәзит!» тип яҙылған! Кем баҫмабыҙҙы алдыра, шул гәзитебеҙҙең хәтәр шәплеген белә инде, уларға ҡат-ҡат тыҡып тороу, подписка осоро башланғанын иҫтәренә төшөрөү ҙә кәрәкмәй – алдан уҡ почтаға барып яҙылып ҡуялар. Ә бына әлегәсә «Йәшлек»кә битараф ҡалыусыларға реклама баннеры уйланырға этәргес буласаҡ. Мәҫәлән, Белореттан (хәҙер бөтә ойошмалар ҙа тиерлек шунда күсеп бөттө бит, барғың килмәһә лә, йомошоң төшһә, бармай сараң юҡ) берәйһе машинаһында елдереп ҡайтып килә, ти. ҡаҙмаш эргәһенән шыйлап ҡына үтеп барғанында «Йәшлек» – хәтәр шәп гәзит!» тигән ҙур яҙыу күҙенә салына. ҡарағыһы килмәһә лә, барыбер күҙе эләктерә ул сағыу баннерҙы. Нимәһе хәтәр икән, тип ҡайтҡансы уҡ булмаһа ла, бер ни тиклем арауыҡ шуны уйлап барырға мәжбүр. Күңелгә бер ҡорт төшһә, кимерә бит, тыныслыҡты урлай. Шул тыныслыҡты кире ҡайтарыр өсөн, бер нисә килограмм шәкәрлек аҡса китһә-китһен, әллә яҙылырғамы шуға, тип елкә тырнай-тырнай уйлана торғас, кеше гәзиткә яҙыла. Ә унда инде беҙгә, Әбйәлил башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Мирхәт Рәжәповҡа, уның урынбаҫары Иштимер Ғүмәровҡа һәм баннерҙы ҡуйыусы башҡа иптәштәргә рәхмәттәр уҡый-уҡый, үҙебеҙҙең хәтәр шәплегебеҙҙе раҫларға ғына ҡала.
Теләйһегеҙме төплө актуаль мәҡәлә? Рәхим итеп, Марсель ҡотлоғәлләмовты уҡығыҙ! Һеҙгә сканворд кәрәкме ни? Проблема түгел, Илдар Ғәбитов һау-сәләмәт булһын! Етди нәмәләр уҡымайым, бирегеҙ миңә көләмәс, тип ауыҙығыҙҙы асырға өлгөрмәҫһегеҙ, гәзиттең иң һуңғы битендәге «Үәт, ҡыҙыҡ!»ты күҙегеҙҙе баҡтырып һалып ҡуйырбыҙ. Электр энергияһын, йәғни аҡсаны сарыф итеп, телевизор ҡабыҙыр­ға ла кәрәкмәйәсәк бынан ары, сөнки бөтә ҡыҙыҡлы, кәрәкле яңылыҡтар беҙҙә донъя күрә. Бер һүҙ менән әйткәндә, арлы-бирле иткәнсе яңы гәзит уҡыусыбыҙҙы тоғро дуҫтарыбыҙ рәтенә ауҙарабыҙ. Ә дуҫтар менән йәшәүе лә күңелле. Йәш дуҫтар менән бигерәк тә. Улар ыңғайына елкенеп йөрөгәндә үҙеңдең дә иңдәреңдән тиҫтә йылдар саң-туҙанға әйләнеп, һыпырылып төшөп ҡала, йәшәреп китәһең. ҡайһы бер әҙәмдәр инде нисәмә быуат граф Калиостроның йәшлек эликсирын эҙләгән була. Егерме йыл элек табылған бит ул. Эйе, исеме лә шул уҡ – «Йәшлек». Юҡ-юҡ, шаштырмайым. Сөнки беҙҙең гәзитте алдырыусылар (эликсирҙы ятып һемереүселәр, тип уҡырға кәрәк!) ҡырҡта ла, алтмышта ла, етмештә лә мах бирмәй, һаман йәш ҡала. Бының серен белеп ҡалыусылар республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәй. Улар айырыуса Әбйәлилдә күп. «Йәшлек» менән бергә йәшнәп йәшәр сағыбыҙ, тип, ҡаҙмаш урта мәктәбе коллективы, мәҫәлән, йыл да баҫмабыҙға әүҙем яҙыла. 2010 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында гәзитебеҙ «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!», «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!», «Бөтә коллектив менән – «Йәшлек»кә!» конкурстарын иғлан итеп өлгөрмәне, ҡаҙмаштарҙан хат килеп тә төштө. Һәм, әлбиттә, ҡаҙмаш урта мәктәбенең 11-се синыф уҡыусылары менән 45 кешенән торған мәктәп коллективы конкурстарҙа еңеп сыҡты. 2011 йылдың тәүге яртыһына ла мәктәп хеҙмәткәрҙәрен тотош коллектив менән гәзитебеҙгә яҙылыуҙы ойоштороусы Зифа Билаловаға, хәйер, яҙылыусыларҙың һәр береһенә рәхмәт яуһын. Шулай уҡ бында тағы ике синыф «Йәшлек»те алдырып уҡыясаҡ. Ғөмүмән, ҡаҙмаш мәктәбендә башҡорт матбуғатын алдырмаған бер уҡыусы ла юҡ: «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәншишмә» һәм башҡа баҫмалар ҙа даими алдырыла, уҡыла. Иң һөйөнөслөһө шул – дуҫтарыбыҙ менән артабан да бергә ҡалабыҙ!
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек»кә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

27.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!


Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!

31.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!


Миллион да отор ине!

11.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Миллион да отор ине!


Бүләкте тапшырҙыҡ!

02.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләкте тапшырҙыҡ!


Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

Ашығығыҙ!

24.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Ашығығыҙ!


26 майға тиклем "Йәшлек"кә яҙыл! Юғиһә...

Льготалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

19.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Туҡһанда ла –  «Йәшлек» менән!

17.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!


Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!

08.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!


Зиләгә бүләк – сәйнүк

07.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Зиләгә бүләк – сәйнүк


Иң өлгөрҙәргә –  «Йәшлек» бүләге

28.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге


«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!

22.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу «Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!


Яҙылырға яйын табайыҡ!

16.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылырға яйын табайыҡ!


“Гәзит  –  күңел йыуанысы”

10.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу “Гәзит – күңел йыуанысы”


Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!