24.12.2017 Ансарҙың бәхете – «Йәшлек»тән!
Күптән түгел «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто район һәм республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында «Суперприз от!» уйынына йомғаҡ яһағайны.
Бүләктәр Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» программаһында тура эфирҙа уйнатылды. «Йәшлек» һәм район гәзиттәренә яҙылып, бүләк отоусылар араһында Әбйәлил районының Ишбулды ауылынан Ансар Хажинға планшет эләгеүенә барлыҡ тамашасы шаһит булды. Бына бит, кешенең бәхете ниҙәндер бер булһа була икән – был гәзит уҡыусыбыҙ дүртенсегә «Йәшлек» аша бүләк ота!
Ансар Фәсхетдин улы 2014 йылда «Йәшлек»-фараз» уйынында еңеп, аш-һыу комбайны менән бүләкләнгәйне. Икенсе йыл Хажиндар ошо уҡ конкурста дөрөҫ фараз өсөн сәй сервизы алып ҡыуанды. Тағы ла сканвордҡа дөрөҫ яуап биргән гәзит уҡыусылар булараҡ, «Йәшлек» гәзите логотибы төшөрөлгән футболка, бейсболка ла бүләк иттек үҙҙәренә.
Хажиндар кеүек бер нисә тапҡыр бүләк отоусы дуҫтарыбыҙ юҡ түгел, әлбиттә. Бындай даланлы уҡыусыларыбыҙҙың исемдәрен ятлап бөткәнбеҙ. «Йәшлек» менән дуҫлыҡтарын өҙмәй, матбуғатҡа тоғро ҡалыуҙары өсөн рәхмәтлебеҙ уларға.
Яратҡан гәзитебеҙ киләсәктә лә һеҙҙең өйҙәрегеҙгә иң яҡын дуҫығыҙ кеүек килһен ине. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзитте тағы ла матурыраҡ һәм яҡшыраҡ итербеҙ, тип ышандырып ҡалабыҙ.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Р. ИСТАНБАЕВА фотоһы.