14.12.2010 «Йәшлек» менән – ил менән
Матбуғат баҫмаларына киләһе йылға яҙылыу кампанияһы 25 декабрҙә тамамлана – гәзитебеҙгә яҙылып өлгөрмәһәгеҙ, әле һуң түгел
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Киләһе йылдың ярты йыллығына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. «Йәшлек»һеҙ ҡалғығыҙ килмәһә, ашығығыҙ! Баҫмабыҙҙы аҙнаһына өс тапҡыр алырға күнеккәндәр өсөн иҫкәрмә: хәҙер «Йәшлек» аҙнаһына ике тапҡыр (шәмбе көндө берәгәйле – кесе йома һәм шәмбе һандары ҡушылып) сыға.
Гәзит өйөгөҙгә аҙнаһына ике тапҡыр килһен тиһәгеҙ, 80148 (шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә киләсәк гәзиткә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 371 һум 22 тин) һәм 16414 (шәмбе һанына – 302 һум 16 тин) индекстары буйынса яҙылығыҙ. Өфөлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ «Өфө-печать» киоскылары аша 80148 индексы буйынса гәзитебеҙҙең шишәмбе һәм шәмбе һандарына яҙыла ала. Был осраҡта бер айға яҙылыу хаҡы – 50, ярты йылға 300 һумға төшә. Тик баҫманы гәзит киоскыһынан үҙегеҙгә барып алырға тура киләсәк.