RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҙылығыҙ, фаразлағыҙ, еңегеҙ!

07.12.2010 Яҙылығыҙ, фаразлағыҙ, еңегеҙ!

Гәзитебеҙ йыл һайын ойоштор­ған иң шәп, иң мауыҡтырғыс һәм, уңыш йылмайһа, табышлы ла «Йәшлек»-фараз» конкурсында ҡатнашырға ваҡыт етте, дуҫтар! Еңегеҙҙе һыҙғанып, фараз итеү һәләтегеҙҙе һынап, бүләктәр отоу мәлен үткәреп ҡуймағыҙ.
Гәзитебеҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу барышында конкурс­та еңеүсегә бер көнөбөҙҙө бағышларға вәғәҙә биргәйнек. Әбйәлил районының Балапан ауылынан Клара Зәйтүнованың фаразы иң дөрөҫө булды. Вәғәҙә – иман, редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүсенең әмерен үтәне: бынауындай ҡоро йәйҙә Зәйтүновтарға япраҡ-аҙыҡ әҙерләшеп, ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерҙе.
Был юлы ла «Йәшлек»-фараз» конкурсында еңеүсегә редакция хеҙмәткәрҙәре бер көнөн бағышлаясаҡ. «ҡышын, яҙын ни эшләтмәк кәрәк һеҙҙе?» – тиһегеҙме. Аптырамағыҙ, һәр миҙгелдең үҙ хәстәре. ҡар көрәргә саҡыраһығыҙмы, утын ярырғамы – уныһы һеҙҙең ҡарамаҡта. Редакция хеҙмәткәрҙәренән торған тимурсылар командаһы барыһын да үтәргә әҙер. Бынан тыш, сәпкә тура килтереп яҙған тағы 50 фаразлаусы ла бүләк­һеҙ ҡалмаясаҡ, дәртләндереләсәк.
Конкурста ҡатнашыу шарттары ябай ғына:
– «Йәшлек» гәзитенә 2011 йылдың беренсе яртыһына 80148 индексы буйынса яҙылырға (әгәр быға тиклем яҙыл­ған булһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ!), купонды тулыһынса (исем-шә­рифегеҙ, адресығыҙ, телефон һандары) тултырып, «Йәшлек» гәзитенең 2011 йылдың тәүге ярты йыллығындағы тиражын фаразлап яҙырға;
– гәзиткә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияның күсермәһен ҡушып, купонды конверт­ҡа һалып гәзитебеҙ редакцияһына ебәрергә кәрәк.
Конверт тышына «Йәшлек»-фараз» тип яҙырға онотмағыҙ. «Урал лото»ның миллиондарына күҙ ҡыҙҙырып ятҡансы, «Йәшлек»кә яҙылып (шишәмбе һәм шәмбе һандарына ярты йылға яҙылыу хаҡы ни бары 371 һум 22 тин), бүләктәр оторға, уңыш йылмайһа, осрашырға ашығығыҙ, дуҫтар!










Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек»кә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

27.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!


Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!

31.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!


Миллион да отор ине!

11.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Миллион да отор ине!


Бүләкте тапшырҙыҡ!

02.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләкте тапшырҙыҡ!


Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

Ашығығыҙ!

24.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Ашығығыҙ!


26 майға тиклем "Йәшлек"кә яҙыл! Юғиһә...

Льготалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

19.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Туҡһанда ла –  «Йәшлек» менән!

17.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!


Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!

08.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!


Зиләгә бүләк – сәйнүк

07.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Зиләгә бүләк – сәйнүк


Иң өлгөрҙәргә –  «Йәшлек» бүләге

28.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге


«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!

22.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу «Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!


Яҙылырға яйын табайыҡ!

16.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылырға яйын табайыҡ!


“Гәзит  –  күңел йыуанысы”

10.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу “Гәзит – күңел йыуанысы”


Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!