RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дәүләт гәзитһеҙ ҡаласаҡмы?

07.12.2010 Дәүләт гәзитһеҙ ҡаласаҡмы?

Дәүләт гәзитһеҙ ҡаласаҡмы?Әле яҙма булмаған саҡта уҡ кешеләр яңылыҡтар менән уртаҡлашҡан. Беҙҙә сапҡындар, сәсәндәр хәбәр таратҡан, ҡайһы бер төбәктәрҙә глашатайҙар ауылдан-ауылға, ҡаланан-ҡалаға йөрөгән. Ваҡыт үтә килә ҡулдан яҙып листовкалар таратылған, артабан нәшер ителгән. Шунан мираҫҡа ҡалған бөгөнгө гәзит-журналдар. Гәзит менән бергә район, төбәк, ил, донъя тарихы яҙыла.
Дөрөҫ, бөгөн йылъяҙманы башҡасараҡ алып барған баҫмалар ҙа етерлек. Улар биттәрендә ҡайһы «йондоҙ» нисек ябыҡҡан, нисә тапҡыр айырылышҡан, балалары нисә атай­ҙан, ниндәй түрә ҡайҙа ял иткән кеүегерәк һорауҙарға яуап табырға мөмкин. «Һары гәзит»тәр, Аллаға шөкөр, әлегә беҙҙең милли мөхиттә ул тиклем үк таралмаған. Халҡыбыҙ «Йәшлек», «Башҡортостан», «Киске Өфө», «Йәншишмә», «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Башҡор­тостан ҡыҙы», «Аманат», «Аҡбуҙат», «һәнәк» кеүек баҫмаларға өҫтөнлөк бирә барыбер. Сөнки улар заман менән бергә атлап, йәғни яңылыҡтар менән таныштырып ҡына ҡалмай, ә, уҡыусылар белдереүенсә, рухи яҡтан да байыта, фәһем, кәңәш бирә. Бындай баҫмаларҙың йылдар буйы тоғро ҡалған уҡыусылары бар, аралашыу, бәйләнеш хәҙер дуҫтарсаға әйләнгән.
Һүҙ был турала түгел, ә гәзит-журналдар­ҙың киләсәге хаҡында. Хәҙер өйҙәрҙә – жк-телевизорҙар, әйләнә-тирәбеҙҙе интернет ғәли йәнәптәре баҫты. Һәр һөйләшеүҙә: «Был хәбәрҙе фәлән-фәлән сайттан уҡыным», – тип тә ебәрәбеҙ. Шунлыҡтан ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусылар һаны кәмене. Элекке кеүек йөҙәр, иллешәр мең дана менән сығармайҙар гәзит-журналдарҙы (төбәк баҫмалары күҙ уңында тотола). Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында Башҡортостан иң күп уҡыған төбәк һанала. Республиканың дәүләт баҫмалары етерлек, һәр район-ҡалала ла «районка»лар сығып килә. Тимәк, уҡырға «аҙыҡ» бар. Бер һорау борсой шулай ҙа – киләсәктә ниндәй яҙмыш көтә һуң уларҙы? Телевидениены реклама баҫты, сиратта – матбуғатмы? Эйе, шулай хәүефләнергә урын бар. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев та быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә «властың гәзите булырға тейеш түгел» тигән кеүегерәк һүҙ әйтте лә баһа. Дәүләт баҫмаларына тоҫҡалған мылтыҡ түгелме был?
«Башҡортостанда бюджет аҡсаһын тотон­ған киң мәғлүмәт саралары килемһеҙ эшләй», – тип яҙып сыҡты бер нисә көн элек кенә «КП – Уфа» гәзите.
Баҡһаң, был баҫма белдереүенсә, республикала сыҡҡан 174 (уларҙың 52-һе дәүләт унитар предприятиеһы, ҡалғандары – ҡаҙна һәм редакция-нәшриәт комплекстары) гәзиттең 13-ө генә табышлы эшләй, имеш. Ә килемһеҙ эшләгәндәренең «зыяны» 190 миллион һумға еткән.
«Тираждың 90 проценты халыҡты «ирекле-көсләп» яҙҙырып йыйыла, – тиелә үрҙәге баҫмалағы мәҡәләлә. – Киоскыларҙа улар 1 – 2 генә дана, һатып алыусы булмағас, заказ да бирмәйҙәр». Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ, тигәндәй, яҙылырға, уҡырға теләмәгәнгә гәзит тәҡдим итеүҙән файҙа юҡтыр ул. Кәрәкле, уҡымлы, мауыҡтырғыс баҫма һатырға тейешбеҙ халыҡҡа. Әйткәндәй, «Йәшлек»кә кемде ирекһеҙләп яҙҙырғандар, беҙгә хат аша ла, интернет сайтыбыҙға яҙып та хәбәр итһендәр.
Республика Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ростислав Мырҙағолов белдереүенсә, киләсәктә Башҡортостанда бер генә лә дәүләт матбуғат баҫмаһы ҡалмаясаҡ. Беҙҙә конкурентлыҡ мөхитендә эшләүгә күсеү программаһы бойомға ашырыла башлаған да инде. Шул уҡ ваҡытта БР Президенты Р. Хәмитов, күп кенә киң мәғлүмәт саралары айырым милли һәм мәҙәни миссия үтәй, тигән фекерҙә. Был баҫмалар юҡҡа сығарылмаясаҡ, әлбиттә, шулай ҙа уларға ярҙам конкурс нигеҙендә күрһәтеләсәк. Был, бәлки, юғары сифатлы гәзит-журнал сығарырға этәргес тә булыр. Тик теге йәки был сәбәптәр менән конкурстан «яңылыш ҡы­на» төшөп ҡалыу хәүефе булмаҫмы?
Баҫмалар ҡыҙыҡ хәлгә ҡала түгелме – реклама бирмәһәң, килемһеҙ эшләйәсәкһең, рекламанан иһә халыҡ «туйып» бөткән. Һүҙ юҡ, реклама – бөгөнгө көндөң алмаштыр­ғыһыҙ бер атрибуты. Әммә уның йөкмәткеһе ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, аҡса түләнде, тип, алкоголле эсемлекте (федераль баҫмаларҙа күрергә мөмкин), йә теләһә ниндәй экстрасенс-«халыҡ табибы»ның эшмәкәрлеген гәзит биттәренә тултыра башлаһаҡ, ҡайҙа булыр беҙҙең тәрбиәүи, рухи маҡсаттар? Билдәле яҙыусы, афоризмдар оҫтаһы Аркадий Давидович әйтмешләй, «һатып алынған гәзитте һатып алыуҙан ни мәғәнә?».

Илмира ҒӘЛИӘХМӘТОВА, «Даирә» ижтимағи-сәйәси гәзитенең баш мөхәррире, ҡырмыҫҡалы районы:
– Рәсәй Президенты матбуғат баҫмалары алдына ҙур мәсьәлә ҡуйҙы. Был гәзит власть ҡулында булмаһа, бизнес ҡулында буласаҡ, тигәнде аңлата. Электән үк шул йүнәлештәрәк эшләгән баҫмалар, бәлки, уңыр ҙа, әммә милли матбуғат өсөн проблема тыуҙырыр, тигән хәүеф бар. Сөнки теге йәки был баҫманы «ҡанат аҫтына» алған бизнестың ул баҫмаға тап килеүе-килмәүе лә мөһим бит. Минеңсә, матбуғат ниндәйҙер кимәлдә дәүләткә хеҙмәт итергә тейеш, дәүләттең ҡурсауы аҫтында йәшәүе лә дөрөҫөрәктер.
Килем сығанаҡтары тураһында һөйләгәндә, беҙҙең гәзиттә реклама, ҡотлауҙар сығып килә, аукциондар хаҡында хәбәр итәбеҙ. Бына шулар бер ни тиклем файҙа килтерә, әммә был уҡыусыларыбыҙҙың барыһына ла оҡшай, тигән һүҙ түгел. Рекламаны ла ҡыҙыҡлыраҡ итеп бирергә өйрәнергә кәрәктер.

Гөлнур КӘРИМОВА, «Салауат» гәзитенең баш мөхәррире, Салауат ҡалаһы:
– Беҙҙең халыҡта матбуғаттың абруйы бөгөн дә бар әле. Беҙ нимә яҙабыҙ, ышаналар, шуға ла уларға дөрөҫ, позитив хәбәр еткерергә тырышабыҙ, милли гәзит-журнал һүҙенең бәҫен төшөрмәү мөһим, тип һанайбыҙ. Дәүләт ҡарамағындағы баҫмалар, нисек кенә булмаһын, халыҡ өмөтөн нығыраҡ аҡлай кеүек, саманан сығып, теләһә ниндәй мәғлүмәткә юл ҡуйылмай. Шәхси ҡулдарҙа иһә шул шәхестәрҙең «йыры» күберәк йырланасаҡ. Был, бәлки, власть менән аңлашылмаусанлыҡ та тыуҙырыр.

Айбулат ИЛЕМБӘТОВ, эшҡыуар, гәзит уҡыусы:
– Мин, киреһенсә, Д. Медведев фекере менән килешәм. Дәүләт заман матбуғатын үҙ ағымына ебәрһен. Шул ваҡытта бөгөн тиражы көндән-көн кәмегән баҫмалар киң танылыу алып китәсәк. Мәҫәлән, мин республиканың йәштәр гәзитен һатып алыу менән ниңә ҡыҙыҡһынмаҫҡа тейеш? ҡулымдан килһә, уның килемле эшләүе минең өсөн уңышлы ла инде. Рекламаһын табырға ла, халыҡҡа ярашлы еткерергә лә өйрәнер инек. Дәүләткә иһә бер рәсми гәзит етә, кемдер уның «арбаһында» ла барырға тейеш.

А. ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек»кә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

27.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!


Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!

31.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!


Миллион да отор ине!

11.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Миллион да отор ине!


Бүләкте тапшырҙыҡ!

02.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләкте тапшырҙыҡ!


Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

Ашығығыҙ!

24.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Ашығығыҙ!


26 майға тиклем "Йәшлек"кә яҙыл! Юғиһә...

Льготалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

19.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Туҡһанда ла –  «Йәшлек» менән!

17.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!


Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!

08.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!


Зиләгә бүләк – сәйнүк

07.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Зиләгә бүләк – сәйнүк


Иң өлгөрҙәргә –  «Йәшлек» бүләге

28.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге


«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!

22.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу «Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!


Яҙылырға яйын табайыҡ!

16.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылырға яйын табайыҡ!


“Гәзит  –  күңел йыуанысы”

10.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу “Гәзит – күңел йыуанысы”


Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!