31.10.2014 Асыҡ төҫтәрҙе күберәк күрәйек
Бер ваҡыт остаз шәкертенә былай тигән:
– Бүлмәне ентекләп ҡара ла, ундағы һоро төҫлө әйберҙәрҙе тап.
Йәш кеше тирә-яғын байҡағас, уҡытыусыһы ҡушҡанын байтаҡ ҡына тапҡан – рәсемдәрҙең рамы, диван, тәҙрә баштары, китап тыштары…
– Ә хәҙер күҙеңде йом да… миңә зәңгәр төҫлө әйберҙәрҙе һанап сыҡ, – тигән остаз.
Шәкерт быға бик аптыраған:
– Мин бит уларҙы бөтөнләй күрмәнем!
– Күҙеңде асып ҡара әле, улар бында күпме!
Ысынлап та, бүлмә тулы зәңгәр нәмәләр икән – вазалар, балаҫ, фото өсөн рамдар, ҡорған.
– Һеҙ бит тәүҙә һоро төҫкә иғтибар итергә ҡуштығыҙ, – тип ризаһыҙлығын белдергән егет.
Уҡытыусыһы йылмайған да:
– Мин һиңә шуны әйтергә теләйем: һин һоро төҫтө эҙләнең һәм башҡаларға иғтибар ҙа итмәнең. Тормошта ла шулай: кеше аныҡ бер нәмәне эҙләгәндә бүтәндәрен күрмәй ҡала. Йыш ҡына ниңәлер кире күренештәргә тап була.
– Мине һәр ваҡыт теге йәки был мәсьәләнең сиселешендә насар яғын көтөргә өйрәттеләр. Шулай һин ауырлыҡтарҙы еңелерәк кисерәсәкһең, тинеләр. Ә инде ул насар һөҙөмтә булмаһа, яҡшыһы тағы ла нығыраҡ ҡыуандырасағын әйттеләр, – тигән уҡыусы.
– Һин нимәгә өмөт итәһең, шулай буласаҡ. Һоро төҫтө эҙләһәң, шуны ғына күрәсәкһең дә. Уның ҡарауы, күпме яҡты төҫтән мәхрүм ҡаласаҡһың…
Дуҫтар, был риүәйәт менән нимә әйтергә теләгәнде аңлағанһығыҙҙыр. Был тормоштоң йәйғор төҫлө булыуын онотмайыҡ. Хатта төндә лә йондоҙҙар йымылдай бит. Юлыбыҙҙа кәртәләр генә күрмәйек, төрлө төҫтәге шыма таштарға, зәңгәр күккә, алтын ҡояшҡа ла ҡарап һоҡлана беләйек. Дөрөҫ ул: уйың нимә тураһында, алдыңа шул килә.
“Йәшлек”кә 2015 йылдың тәүге алты айына яҙылыу хаҡы – 679 һум 44 тин. Почта бүлексәләрендә абонент йәшниге астырып, шунан барып алып йөрөргә булһағыҙ – 647 һум 28 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!