«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Өфө” аэропорты ауыр самолеттарҙы ҡабул итергә һәләтле



18.09.2014 “Өфө” аэропорты ауыр самолеттарҙы ҡабул итергә һәләтле

“Өфө” аэропорты ауыр самолеттарҙы ҡабул итергә һәләтле Ошо көндәрҙә “Өфө” халыҡ-ара аэропорты Рәсәйҙәге иң эре йөк самолеты – “Ан - 124 Руслан”ды ҡабул итте. «Волга-Днепр» авиакомпанияһының 400 тоннаға яҡын ауырлыҡтағы лайнеры Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә махсус йөк килтерҙе.
“Руслан” ныҡ ауыр булғас, Рәсәйҙәге һәр аэропортҡа төшә алмай. Яңыраҡ беҙҙең аэропортта икенсе осоп китеү-ултырыу һыҙаты реконструкцияланды. Ул 1980 йылдар уртаһында “Энергия-Буран” программаһының “Буран” орбита карабы-ракетопланы ултырырға ҡоролған. Ҡалынлығы метр ярым тәшкил иткән һыҙат 14 ҡатламдан, бетон һәм асфальтты аралаштырып һалынған.
Әйтергә кәрәк, яңы һыҙат сафҡа ингәс, аэропорт «Боинг - 777» һәм «Боинг - 747» кеүек эре пассажир лайнерҙарын да ҡабул итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға