«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы ун һумлыҡтар сығасаҡ



03.09.2014 Яңы ун һумлыҡтар сығасаҡ

Яңы ун һумлыҡтар сығасаҡ Был йомала Рәсәй банкы ҡулланылышҡа Силәбе өлкәһенә арналған яңы ун һумлыҡ аҡса сығарасаҡ. Ул биметалл – сите һары латундан, уртаһы аҡ мельхиор иретмәһенән ун миллион данала һуғылған. Реверсында Силәбе өлкәһенең гербы һүрәтләнгән.
“Хәрби дан ҡалалары” серияһында Тверь ҡалаһына арналған аҡса ла әйләнелешкә индереләсәк. Ул баҡыр ялатылған ҡоростан яһалған һәм шулай ун миллион данала сыҡҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға