«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урамдарҙы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре исеме менән атайыҡ!



03.09.2014 Урамдарҙы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре исеме менән атайыҡ!

Урамдарҙы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре исеме менән атайыҡ!“Йополис” компанияһы баш ҡала халҡына 200-ҙән ашыу урамға исем һайлауҙа ҡатнашырға саҡыра. Улар Затон, Дим биҫтәләрендә, Шаҡша, Жилин, Карпов, Романов, Йылҡыбай, Фёдоровка һәм Самохвалка микрорайондарында урынлашҡан.
1 ноябргә тиклем проекттың битендә үҙегеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе ҡалдыра алаһығыҙ. Үҙегеҙ теләгән райондағы урамды һайлап исемләргә йәки быға тиклем аталғанына ҡушылырға мөмкин. Иң күп яҡлау тапҡан тәҡдим рәсми рәүештә һайланасаҡ.
Бынан тыш, Өфө халҡы әлеге ваҡытта ҡалала урынлашҡан алты күпергә исем эҙләй һәм йорттарға төшөрөләсәк граффитиға идеялар тәҡдим итә.
Русса матур, ләкин башҡортса насар яңғыраған исемдәрҙе һайламайыҡ. “Ҡарлы”, “Сәскәле”, “Наҙлы” кеүек сифатты аңлатҡандарынан да ары торайыҡ. Уның урынына башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштерәйек.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға