02.09.2014 Әбей өс миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан
Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе 74 йәшлек әбей мутлашыусыларға өс миллион һум аҡсаһын биргән.
Аферистар уны ун көн буйы өгөтләгән. Тәүҙә уға үҙен банк вәкиле тип таныштырған ир шылтыратҡан һәм элек һатып алған сифатһыҙ дарыуҙар өсөн 430 мең һум күләмендә компенсация бүленеүе тураһында хәбәр иткән. Имеш, сумманы алыу өсөн страховка иғәнәһе – 175 мең һум аҡса түләргә кәрәк булған.
Әбей, был сама аҡсам юҡ, тигән. Ләкин ир, үҙегеҙҙең резерв фондығыҙҙы файҙаланығыҙ тип өгөтләгән. Әңгәмә аҙағында әбей ризалашҡан һәм 129 мең һум аҡсаһын күсергән.
Бер нисә көндән теге ир тағы ла шылтыратҡан һәм: “Һеҙ дәүләт аҡсаһын тотонғанһығыҙ, был енәйәт булып һанала”, - тигән. Әбей бынан бик ныҡ ҡурҡҡан һәм бер нисә көндә 1,5 миллион һум аҡсаһын күсергән. Мутлашыусылар уға алдан биргән сумманы кире ҡайтарабыҙ, тип аңлатҡан.
Шылтыратҡан ҡатын әбейгә мин Эльвира Нәбиуллина, тип үҙен таныштырған. Шунда ғына зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт иткән.