«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Боҙомдан ҡотолам тип, мутлашыусыға аҡсаһын һәм алтынын биргән



01.09.2014 Боҙомдан ҡотолам тип, мутлашыусыға аҡсаһын һәм алтынын биргән

Боҙомдан ҡотолам тип, мутлашыусыға аҡсаһын һәм алтынын биргәнСтәрлетамаҡ ҡалаһы полицияһы ике ҡатын-ҡыҙҙы алдаған мутлашыусы ҡатынды эҙләй. Ул 23 йәшлек туристик агентлыҡ хеҙмәткәре менән: “Мин клиент”, - тип танышҡан. Аферистка аҙаҡтан әхирәтенә “һиндә боҙом бар” тигән. Ике ҡатын артабан “боҙомдан” таҙартыусы ритуал үткәргән. Уның барышында зыян күреүсе ҡыҙ үҙенең алтын биҙәүестәрен, аҡсаһын алып килгән. Бынан тыш, ул үҙенең егетенән 100 мең һум аҡса алып торған.
Ҙур суммалағы аҡсаны ҡулына төшөргән ҡатын шул көндә үк юғалған, телефонын да һүндереп ҡуйған.
Аферист ҡатындың икенсе ҡорбаны үҙендә булған 12 мең һум аҡсаны һәм өйөндәге бөтә алтын биҙәүестәрен уға тотторған.
Мутлашыусының билдәләре: 45-50 йәштәр тирәһендә, буйы 160-165 см, тулы кәүҙәле, сиған ҡатын-ҡыҙҙарына оҡшаш йөҙлө, ерән төҫкә буялған ҡыҫҡа сәсле, һор күҙле, аҫҡы яңағында һары металдан эшләнгән теш коронкалары.
Кем дә булһа был ҡатындан алданған, уны күргән йәки таныған (8-3473) 20-45-31, 20-45-34, 02 телефондары буйынса шылтырата ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға