01.09.2014 Дауыл шауҡымы Өфөлә лә һиҙелде
Башҡортостандың өс төньяҡ районына бик ҙур зыян килтергән дауылдың шауҡымы баш ҡалабыҙға ла килеп етте. Ялдарҙағы ғәрәсәт кеше йәшәгән кварталдарҙа ағастарҙы ҡолатты.
Ленин урамындағы ихатала ағас электр сымдарын өҙөп, ике автомобиль өҫтөнә ауған. Карьер урамында иһә ағас йорт ҡыйығына, “Тирмән комбинаты” туҡталышында юлға ҡолаған.
Был хәл ҡалала көслө ел мәлендә хәүеф тыуҙырған ҡарт ағастарҙың күплеген күрһәтә. Тейешле хеҙмәттәргә уларҙы бысып, урындарын таҙартырға кәрәклеге көн кеүек зарур.