«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәскәүгә – 999 һумға



18.07.2014 Мәскәүгә – 999 һумға

Мәскәүгә – 999 һумғаЮл төшәме, әллә махсус йыйынаһығыҙмы – илебеҙ баш ҡалаһына Өфөнән ни бары 999 һумға ғына самолет менән барып була. Был йәйге ял мәлендә бигерәк тә уңайлы лабаһа!
“Добролет” авиакомпанияһы Мәскәү – Өфө – Мәскәү йүнәлешенә билеттар һата башланы. Даими осош 16 августан асыла. Бер яҡҡа минималь юл хаҡының шулай арзан булыуы шик тыуҙырыуы ла ихтимал. Әммә, самолеттар иҫке булмаҫмы, тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Юлға өр-яңы Боинг – 737-800 Next-Generation (NG) самолеттары сыға. Заводтан ғына килтерелгәндәр, тип хәбәр итәләр авиакомпаниянан. Әйткәндәй, “Добролет” “Аэрофлот” йәм­ғиәтенеке. Быйыл барлығы һигеҙ самолет осасаҡ. 2018 йылға был һанды 40-ҡа еткереп, йылына 10 миллион пассажир ташыуҙы күҙаллай­ҙар. Әле Мәскәү – Һамар – Мәскәү рейсы ла асыла. Артабан йүнәлештәр 45-кә тиклем арттырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға