20.06.2014 Өфөләге ғәрәсәт: кесе йома йомғаҡтары
Кесе йома көндө республика буйлап үткән ғәрәсәт күп урындарҙа мәшәҡәт тыуҙырҙы. Халыҡ алдан иҫкәртелде. Баш ҡалала көслө ямғыр арҡаһында урамдарҙы һәм ихаталарҙы һыу баҫты, киҫкен ел ҡарт ағастарҙы ҡолатты һәм электр сымдарын өҙҙө.
Киров районындағы Һынаусылар һәм Бородино урамдарында һыу 40-50 сантиметрға күтәрелгән. Ҡотҡарыусылар һыуҙы һурҙырып алған.
Калинин районындағы Төхвәт Йәнәби урамындағы бер ихата ла һыу аҫтында ҡалған. Сипайловолағы Б.Бикбай урамындағы 200 метр ара юлдағы тулҡындың тәрәнлеге 20 см тәшкил иткән.
Салауат һәм Әхмәтов урамдарында туҡталҡалағы автомобилдәр өҫтөнә ағастар ҡолаған. Урманлы тыҡрығында, Шумавцов, Вокзал, Коммуна урамдарында ағастар электр сымдарын эләктергән, юлға һәм газ торбаһы өҫтөнә ауған.